Иң ҡәҙерле бүләк07.05.2014
Иң ҡәҙерле бүләк
– Һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡотлайым! Был наградаға тырыш хеҙмәтегеҙ менән лайыҡ булдығыҙ. Һеҙҙән башҡалар өлгө алһын, үҙҙәрендә яуаплылыҡ тойһон!

Шулай тип сәләмләне республика Президенты Рөстәм Хәмитов бер төркөм уңғандарға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында.
Стәрлетамаҡ районының “Салауат” агрофирмаһы рәйесе Рөстәм Баһауетдиновҡа Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты, сәхнә йондоҙо Нәзифә Ҡадироваға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды. Профессор Әхмәт Сөләймәнов хәҙер күкрәгендә ғорур рәүештә Салауат Юлаев орденын тағып йөрөйәсәк.
Бүләкләнеүселәр араһында алыҫ Себер яҡтарында йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ ҙә бар ине. Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Фирҙәүес Хәлимов республикабыҙҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. “Сорғотнефтегаз” компанияһында яуаплы вазифа биләгән Фирҙәүес Ғариф улы төбәктә халҡыбыҙҙың аңын уятыуҙа ҙур эш алып бара. Уның тырышлығы менән Сартым ҡасабаһында башҡорт кластары асылған, ҡурай түңәрәге уңышлы эшләй, төрлө мәҙәни саралар йыш ойошторола.
– Хеҙмәтемде гел баһалап торҙолар. Әммә тыуған еремдә алған бүләгем – иң ҡәҙерлеһе. Артабан да халҡым өсөн тырышып эшләйәсәкмен, – тине ул тантанала.
Ҡыйғы районының биләмә-ара китапханаһының баш китапханасыһы Гүзәлиә Мирғәлина республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булып танылды. Медицинский магазин здоровье уфа.


Вернуться назад