Еңеү таҫмаһы07.05.2014
Йылдар аша беҙҙең араларҙы
Тоташтырған Еңеү таҫмаһы:
Бер осонда уның –
ҡырыҫ һалдат,
Таныйым мин: атай баҫҡанын!

Ул таҫманың бирге осонда
мин –
Атайымдың тере дауамы,
Атайҙыҡы ғына түгел,
Бөйөк
Еңеүҙең дә ярһыу ауазы!

Бураҙналар буйлап
һарҡҡан ҡандай
Һуҙылған ул – Еңеү тамғаһы,
Әллә улар – ялбарыусы ҡулдар,
Әллә
Теҙем-теҙем һалдат ауғанмы?

Алыҫайған һайын ул йылдарҙан,
Оҙоная Еңеү таҫмаһы.
Атай һиңә таҫма буйлап барам,
Таҫма гүйә йәйғор баҫмаһы!

Ул таҫмалар бөгөн Ер шарын да
Етер ине ҡат-ҡат урарға.
Тик ауырыу Ерҙе урар өсөн
Кәрәк булыр бинттар һорарға!

Ерҙе таҫма ҡат-ҡат
урар ҙа ул,
Йөрәк әрнеүҙәрен баҫырмы?
Таҫма, илде илгә тоташтырып,
Беҙгә теләктәштәр
табырмы?..

Мин ышанам:
Еңеү таҫмаларын
Йәш быуындар йыл да оҙайтыр.
Өмөт юрап,
Ерҙе киләсәккә
Йәшәү юлы буйлап оҙатыр!..

Ҡәҙим Аралбай,
Башҡортостандың халыҡ шағиры


Вернуться назад