Ҡаһарманлыҡ серле бер ут кеүек ярала ла даны уның тирә-яҡҡа тарала. Аҡ ҡағыҙға төшкән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе лә әллә күпме кешегә барып етә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветеран-журналистарыбыҙға ҡарата булған ихтирам да ана шулай икһеҙ-сикһеҙ. Ә улар менән һәр осрашыуҙың әһәмиәте иһә баһалап бөткөһөҙ.
Башҡортостан Журналистар союзы йыл һайын ойошторған бындай сара күптән матур йолаға әүерелде. 5 майҙа, совет осоронда байрам ителгән Матбуғат көнөндә, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көсөн йәлләмәгән, гәзит-журналдарҙағы яҙмалары менән халыҡты Еңеүгә әйҙәгән яугир ҡәләм оҫталары йәнә Матбуғат йорто бинаһына йыйылды.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветеран-журналистарыбыҙ сафы кәмегәндән-кәмей. Ә улар менән һәр осрашып һөйләшеүҙе көтөп алабыҙ. Ғөмүмән, Союз тарафынан ветерандар менән эшләүгә етди иғтибар бүленә, – ти Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Фәнил Ҡоҙаҡаев.
Яугир журналистар үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ ҡылған, тимәк, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Ә беҙ ошо илһөйәрлек йолаһын, һуңғы һулышҡа ҡәҙәр Тыуған илеңде, халҡыңды һаҡларға тырышыу миҫалдарын киләсәк быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ.