Бынан кеше өҙөлмәй06.05.2014
Бынан кеше өҙөлмәй
Яңы Күл ауылы китапханаһына юл ыңғай инеп сығырға булдыҡ. Нисек йәшәй бөгөн китапхана? Халыҡ йөрөймө? Мәҙәниәт йортоноң шаҡтай ҙур залын биләгән “китаптар йорто”нда өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да күплегенә тәүҙә аптырап ҡалдыҡ. Берәүҙәр гәзит тупланмаһын ҡарай, икенселәр үҙенә кәрәкле баҫманы эҙләй.

– Апай, яҡташ яҙыусыларҙың китаптары кәрәк ине, – тип үтенесен белдерҙе бер һылыу. – Реферат яҙам.
– Хәҙер. – Китапханасы Резеда Нуриманова йәһәт кенә кәштәнән Ярулла Вәлиев, Ғәйнан Хәйри, Сәғит Мифтаховтың бер нисә китабын килтереп һалды.
– Рәхмәт!
Уның артынса өлкән генә йәштәрҙәге апай Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй” тигән повесын һораны. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы, ауылда китапты иң күп уҡыған Мәрйәм Вәлитова булып сыҡты ул.
– Ул китап әлегә икенсе кешелә шул. Ярай, унан һуң һеҙгә бирергә тырышырмын. – Мөләйем ханым махсус дәфтәренә теркәп ҡуйҙы.
– “Башҡортостан” гәзитенең фәлән һанын ҡарап сығайым әле. Архангелдә йәшәүсе һеңлем, шәп мәҡәлә баҫылған, ҡара әле, тип шылтыратты, – тине берәү.
Эйе, әүәл-әүәлдән ауыл ерҙәрендә китапхана – халыҡты үҙенә әйҙәп торған изге йорттоң береһе ул. Бөгөн Интернет заманы тиеберәк һөйләргә әүәҫләнеп китһәк тә, халыҡтың баҫма әҙәбиәткә булған иғтибары кәмемәүе ҡыуандырҙы.
Изге йорттоң мөдире Гөлсирә Бикбаева әйтеүенсә, китапхананың тарихы алыҫҡа барып тоташа – 1932 йылда асыла. Халыҡта аң-белем таратыуға, уҡырға-яҙырға өйрәтеүҙә роле ҙур була уның. Бөгөн дә бындағы хеҙмәткәрҙәр үҙ маҡсатына тоғро ҡала, шуға ла уларҙың районда ғына түгел, республикала ла үҙ йөҙө, даны бар.
Бында, әлбиттә, 38 йыл китапханасы булып эшләгән Резеда Нуриманованың тырыш хеҙмәте баһаға лайыҡ. Яңы Күл заманса ауыл китапханаһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлеше буйынса эшләүе юҡҡа түгел. Төбәк тарихы, уның күренекле шәхестәре хаҡында йәш быуынға еткереү йәһәтенән ул күп эҙләнә, өлкәндәр менән аралаша, гәзит редакциялары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Резеда апайҙы ауыл халҡы талантлы ойоштороусы, һәләтле артист итеп тә белә. Төрлө мәҙәни сараларҙы алып бара ул. 2010 йылда таҡмаҡ әйтеш буйынса республика бәйгеһендә гран-при яулаған. Тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Китапхананың йыйнаҡ залдарында шау сәскәлә гөлдәр ултыра. Был да күңелгә ниндәйҙер йылылыҡ бирә. Кәштәләрҙә төрлө сараларға ҡарата ойошторолған күргәҙмәләргә генә ҡарап, әллә күпме мәғлүмәт тупларлыҡ. Ана, яҡташтары, Башҡортостандың халыҡ артисы Сәүиә Сираева хаҡында йөкмәткеле стенд эшләнгән. Революционер Баһау Нуриманов тарихтың болғансыҡ йылдары хаҡында үҙе бәйән иткән кеүек.
Йәш быуынға өлгө булырлыҡ шәхестәр күп сыҡҡан Яңы Күлдән. Бөгөн үҫмерҙәрҙе улар өлгөһөндә тәрбиәләүҙә ҙур эш алып бара китапханасылар. Төрлө әңгәмәләрҙә, һөйләшеүҙәрҙә, кисәләрҙә халыҡ әүҙем ҡатнаша. Шуға ла бынан кеше өҙөлмәй.




Вернуться назад