Бажаға бүләк19.01.2012
Берәй ергә ҡунаҡҡа саҡырһалар, бүләккә нимә алырға икән тип баш ватаһың, көнкүрештә кәрәкле булһын тип уйлайһың. Бажамдың тыуған көнө алдынан башыма кинәт шәп бер уй килде: “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырһам, нисек булыр икән?
Күптән түгел бажаларға барһам, ул гәзит уҡып ултыра.
– Оҡшаймы? – тип һорайым.
– Оҡшамаған ҡайҙа! Эштән ҡайтам да иң тәүҙә ҡулыма “Башҡортостан”ды алам. Ҡайһылай шәп бүләк эшләгәнһең, рәхмәт! – тине ул.
Бүләгемдең кәрәкле, файҙалы булыуына бажамдан бигерәк үҙем ҡыуандым. Гәзит уҡыусыларға ла шундай кәңәш бирер инем: туғандарығыҙға, атай-әсәйҙәрегеҙгә “Башҡортостан”ды бүләк итһәгеҙ, иң шәбе булыр.
Фаил ФӘХРЕТДИНОВ.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад