"Бәләкәйҙән уйынсыҡтарҙы боҙа башланым"06.05.2014
"Бәләкәйҙән уйынсыҡтарҙы  боҙа башланым"
"Башҡортостан" гәзите – ҡунаҡ ҡаршыларға, уларҙы тыңларға, эштәре тураһында яҙырға әүҙем баҫмаларҙың береһе. Бөгөн ҡунаҡтың иң йәштәренең береһе — Иҙел Наҙарғолов. Бөрйән тиклем алыҫ ерҙән үҙебеҙ саҡырҙыҡ уны. Нимәһе менән тарттымы? Әлбиттә, үҙенсәлекле һәләте, шөғөлө йәлеп итте. Егетебеҙ ябай халыҡ өсөн иң кәрәкле әйбер уйлап тапҡан. Хужаһының кеҫәһендә ятҡан телефонға йорт-ҡаралтыла ут-фәлән сыҡҡанлығын өйҙәгеһе хәбәр итә ала. Йәғни ул төтөн еҫен "тоя". Тәүбә-тәүбә, тип әйтәйек, әммә тормош бит — аҙмы ни бәлә-ҡаза! Булмаһа, барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләйек.

"Бәләкәй саҡтан уҡ уйынсыҡтарҙы, радио, телевизорҙарҙы һүтә башлағайным, — тип йылмая оҫта. — Алып биреп торалар, боҙам да ҡуям. Уның тышынан бигерәк эсен ҡарауы ҡыҙыҡ ине".
Оло йылғалар ҙа бәләкәй генә, әммә көслө инештән юл ала. Бала саҡтан нимәгәлер ҡыҙыҡһыныу юҡ икән — маҡсаттар ҙа ҡайһы саҡта төҫһөҙләнә бара.
Атаһы ла, әсәһе лә малайҙың мауығыуына ҡаршы килмәй, Иҙел әйтмешләй, ярай, онтаһын ғына, тиҙәр. Һуңынан тағы – яңы уйынсыҡ машиналар, ауылдаштарына кәрәкмәгән радио-телевизорҙар...
Мәктәптә уҡыған йылдарында техника менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Туғыҙынсы класта робот эшләп, район буйынса икенсе урынды ала. Әйткәндәй, Әбделмәмбәттә техника эшләүгә, роботтар яһауға иғтибар ҙур. Шуға ла бында Иҙел һымаҡ малайҙарҙың, ҡыҙҙарҙың күплегенә аптырарға түгел.
Ошо уҡ йылдарҙа Иҙел иретеп йәбештереү аппараты яһай.
— Колхоздың аппаратына ҡарап, шуның бәләкәсен эшләнем. Тегенән-бынан тимер-томор, "обмоткалар" табып...
Үҫмер ошо аппараты менән велосипед та эшләй, башҡа нәмәгә лә файҙалана. "Элек бит тиҙ йөрөшлөләре юҡ ине, шуға төрлө велосипедтарҙың "звездочка"ларын ҡуйҙым", — ти ул.
Һөнәрле ҡайҙа ла юғалмай. Алыҫ Көнсығышта Ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән саҡта һалдаттарға, офицерҙарға телефондар ҙа йүнәтә, үҙенсә көйләп бирә. Икенселәре хатта өйҙәренә алып ҡайтып, ватыҡ кер йыуыу машиналарын, радио-телевизорҙарын йүнәтеп биреүен дә һорай. Һалдатҡа нимә, иң мөһиме — йоҡоң туйһын да ҡорһағың ас йөрөмәһен.
Бөгөн Иҙел — ғаилә башлығы: һөйгән ҡатыны Лилиәнән уңған, ике йәшлек ҡыҙы Гөлиә үҫеп килә.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, хәҙер ауылдарҙа рәсми эш урыны табыуы ҡыйын. Шуға халыҡтың бер өлөшө мал, ҡош-ҡорт тота. Йүнселдәр үҙ йүнен күрә. Иҙел иһә тимер эшенә, ағасҡа тотонған.
— Ағас эшкәртергә кәрәк булған бөтә нәмәм бар. Йөҙлөктәр яһайым, ултырғыстар, өҫтәлдәр... Һәр хәлдә, тик ятҡан кеүек түгел инде, — ти ул. — Мини-трактор эшләп алдым. Үҙе бесән саба, йыя.
Хәҙер һүҙ башына кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Оҫтаны оҫта иткән төп эш була. Әлегә Иҙелдең телефоны тураһында бик аҙ беләбеҙ. Уға тиҙерәк лицензия алып, күпләп сығара башлау мөмкинлеге тыуғандыр. Эйе, беҙҙең учреждениеларҙың түбәһе ошондай система менән тулған. Ләкин улар барыбер бүтәнсәрәк эшләй. Бәлки, эшҡыуарҙар, ошо лицензияны биреүселәр ярҙам итер, тип өмөтләнә Иҙел үҙе лә.
— Телевизорҙан күп күрһәтәләр бит янғын фажиғәһен. Кешеләр һәләк була, балалар... Уйланым-уйланым да шундай фекергә килдем: өлкән кеше өйҙә булһа, утты үҙе һүндерә, ярҙам саҡыра, ә ситтә йөрөһә, өйөндә ҡалған балалар бер нәмә лә эшләй алмай.
Нескәлектәргә төшөп тормайынса, ҡыҫҡаса шулай ғына аңлатайыҡ эшенең асылын: янғынды иҫкәртеү системаһы өйҙәге бер телефонға тоташтырыла, ә уныһы һинекенә шылтырата. Иҙел редакция хеҙмәткәрҙәренә уны күрһәтте лә. Шырпы яндырып, төтөн еҫе сығыуы булды, әлеге система "эшкә егелде" — кеҫә телефоны шылтыраны.
— Мин булған системаны ябайлаштырҙым ғына. Һәр кеше ҡуллана алһын өсөн. Бәлки, һин юлдаһыңдыр, бәлки, бесәндәһеңдер — бер-бер хәл була ҡалһа, Хоҙай һаҡлаһын, ауылдағыларға шылтырата алаһың. Янғын ныҡлап көсәйгәнсе, кемдер өйҙәгеләрҙе ҡотҡара, — тип ябай ғына аңлатты үҙенең эш нескәлеген.
Иҙелдең тағы бер хыялы бар — балыҡ үрсетеү. Уныһында ла үҙенсә яйланма ҡулланмаҡсы. Хәйер, әлегә был сер булып ҡалһын. Тик үҙебеҙҙең исемдән хыялын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар ғына теләйек.


Вернуться назад