Үҙе бәләкәй, ҡазаһы ҙур06.05.2014
Үҙе бәләкәй, ҡазаһы ҙур
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, апрель аҙағына дауалау-иҫкәртеү ойошмаларына талпандан тешләнгән 50-нән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 39-ы — балалар.

Республиканың гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында 34 талпан тикшерелгән, ағыулы вируслыһы теркәлмәгән. Әлегә талпан энцефалиты бер кемдә лә күҙәтелмәй, шулай ҙа табиптар һәр кемде уяу булырға, һаҡланыу сараһын күрергә саҡыра.
Талпан энцефалиты ауырыуҙың үҙәк нервы системаһын зарарлауы менән үтә хәүефле. Бөжәк ҡаҙалғандан һуң (1 – 30 көн эсендә) сирҙең тәүге билдәләре кинәт күҙәтелә. Тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә, баш һәм тән ауыртыуы тынғыһыҙлай, уҡшыта.
Ҡуҙғытыусы вирус зарарлы талпан ҡанды һурған саҡта кешегә йоға. Йорт хайуандары, ҡоштар йәки кешеләр аша ла был сирҙе (кейем-һалым, сәскә, ағас ботаҡтары һ.б. менән) эләктереүең ихтимал. Бөжәкте һытыу йәки тәндең тешләнгән ерен тырнау ҙа хәүефле. Кәзә һәм һыйыр һөтөндә лә вирустың булыуы мөмкин. Шуға күрә һөттө ҡайнатмайынса эсергә лә, унан әҙерләнгән аҙыҡтарҙы ашарға ла ярамай.
Ошондай ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә һеҙҙе талпан энцефалитын йоҡтороуҙан һаҡлар:
* Урманға барғанда курткағыҙҙың иҙеүен мотлаҡ ҡаптырығыҙ, күлдәгегеҙҙе — салбарығыҙға, салбарығыҙҙы — ойоҡбашҡа ҡыҫтырығыҙ. Башығыҙға яулыҡ бәйләгеҙ йәки тығыҙ кәпәс кейегеҙ.
* Ике сәғәт һайын өҫ кейемен ҡарап, тикшереп тороғоҙ.
* Талпандан һаҡланыу өсөн өҫ кейемен махсус шыйыҡсалар менән эшкәртегеҙ.
* Хәүефле биләмәлә үләнгә ултырмағыҙ һәм ятмағыҙ.
* Бинаға яңы ғына өҙөлгән үлән, ағас ботаҡтары, сәскә алып инмәгеҙ.
* Эт һәм башҡа йорт хайуандарының тиреһен ентекле тикшерегеҙ. Ҡаҙалған талпандарҙы алғанда һаҡланыу сараларын күрегеҙ, ҡулығыҙ менән бөжәктәрҙе һытмағыҙ.
* Кәзә һөтөн ҡайнатҡандан һуң ғына эсергә ғәҙәтләнегеҙ.
* Тәнгә ҡаҙалған талпанды йәһәтерәк алып ташларға кәрәк, иң уңайлыһы — дауаханаға барыу.

Башҡортостан халҡы талпандың зарарлымы-түгелме икәнлеген тикшертеү өсөн түбәндәге адрестар буйынса мөрәжәғәт итә ала:
* Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7-се йорт, иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 4 сәғәткә тиклем (ял һәм байрам көндәрендә лә). Телефон: +7 (347) 23-758-40; l Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 2а һанлы йорт, иртәнге 9-ҙан көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем. Телефон: 7 (3473) 43-64-44.
Талпанды, ябыулы быяла һауытҡа һалып, лабораторияға илтегеҙ. Әгәр ҙә тикшергәндән һуң уның вируслы булыуы асыҡланһа, бәләгә тарыған кешенең травпунктҡа барыуы мотлаҡ. Бөжәк тешләгәндән һуң дүрт көндән дә ҡалмай ауырыуға энцефалитҡа ҡаршы иммуноглобулин ҡаҙарға кәрәк.
Бөжәк үҙе бәләкәй булһа ла, ҡазаһы үтә ҙур. Шуға күрә талпандан тешләнгәндән һуң хәлегеҙҙең насарланғанын тояһығыҙ икән, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә тейешһегеҙ.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау
министрлығының матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад