Күмертау ҡалаһынан ун йәшлек Семен Давыдов “Ҡотҡарыуҙа күрһәткән батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Награда Андрей Малаховтың “Һөйләһендәр әйҙә” программаһында тапшырылды. Унда кескәй герой ғаиләһе менән бергә саҡырылғайны.
Рәсәйҙә “Ҡотҡарыуҙа күрһәткән батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бығаса өс кеше бүләкләнгән, Күмертауҙағы 10-сы мәктәптең 5-се класында уҡыған Семен Давыдовта — дүртенсеһе. Малайҙың ут ялмап алған фатирҙан өс кескәй ҡустыһын һәм һеңлеһен ҡотҡарыуы тураһындағы яңылыҡ республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә билдәле.
“Останкино” телеүҙәгендәге осрашыуҙа йәш ҡотҡарыусы театр һәм кино актеры Артем Осипов менән танышты. Ул кескәй батырға, автографын ҡуйып, янғын һүндереүсенең шлем-каскаһын бүләк итте.