“Башҡа ерҙә тыйҙылар, беҙҙә лә алкоголле коктейлдәр һатыуҙы туҡтатырға кәрәк!”, “Балаларҙы ағыулауҙы тыяйыҡ!”, “Беҙ айыҡлыҡ яҡлы!”
Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда ошондай яңғырауыҡлы лозунгтар күтәргән, заманса кейенгән, дәртле ҡыҙ һәм егеттәрҙе өфөләр ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Уларҙы ғәм халыҡ алдына яҙыуҙар тотоп сығырға кем мәжбүр иткән? Кем һуң улар? Маҡсаттары ниҙә?
Күптәр ошо һорауҙарға яуап эҙләп, пикетсылар эргәһенә йыйылды. Дөрөҫөн әйткәндә, өфөләрҙең башын ауырттырған, күңелен өйкәгән, хатта хафаға һалған мәсьәләләрҙе киң майҙанға сығарырға йөрьәт иткән егеттәргә “афарин” тиергә генә ҡала.
— Беҙ бөгөн “түңәрәк өҫтәл”дә алкоголле, тонус күтәрә торған эсемлектәрҙе һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһында фекер алыштыҡ, — тине “Йәш гвардия” ойошмаһы ағзаһы Айнур Шәйхетдинов. — Бик етди ойошмалар ҡатнашты унда: Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомстволар, Йәштәр йәмәғәт палатаһы, “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре. Беҙҙең изге башланғысты барыһы ла хуплап, теләктәшлек белдерҙе. Йыйылыш ҡарарын Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға ебәрҙек. Йәштәр һүҙен башҡалар ҙа ишетһен, теләктәребеҙгә ҡушылһын, ата-әсә балаларына иғтибарлы булһын, тигән уй менән рухланып, урамға сыҡтыҡ.
— Алкоголле коктейль тигәне яңы продукттыр, күрәһең... Беҙ йәш саҡта үҙебеҙҙә етештерелгән газлы эсемлектәр менән генә хушһына торғайныҡ. “Алкоголь” һүҙе үҙе генә лә хәүеф тыуҙыра түгелме?
— Эйе, АҠШ-та һәм Көнбайыш илдәрендә етештерелгән зарарлы, үҫмерҙәрҙең аңын томалаусы эсемлек һуңғы йылдарҙа сауҙа кәштәләрен ялмап алды. Йәштәр уны йыш ҡына беҙ күреп күнеккән газлы эсемлектәр менән бутай. Өҫтәүенә рекламаның көсөн дә баһаларға, үҫмерҙәрҙең өлгөрөп етмәүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Бындай эсемлектәр менән мауығыу алкоголгә бәйлелек тыуҙырыуы менән ҡурҡыныс.
— Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә хәл нисек? Уларҙа ла балаларҙың ағыуланыуына күҙ йомоп ҡарамайҙарҙыр, моғайын?
— Краснодар, Архангель, Ульяновск өлкәләрендә, Чечняла алкоголле коктейлдәрҙе һатыуҙы тыйып бик дөрөҫ эшләнеләр. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: эсемлекте даими ҡулланыусылар – 13–19 йәшлектәр. Статистиканан күренеүенсә, IХ класс уҡыусыларының яртыһынан күбеһе ошо эсемлеккә әүәҫләнгән, ә сығарылыш уҡыусыларының 90 процентҡа яҡыны уны даими ҡуллана. Киләсәк быуындың сәләмәтлеге өсөн борсолоп, табиптар ҙа саң ҡаға. Хәүефле эсемлек йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын зарарлай. Кофеинды алкоголь менән ҡушып ҡулланыу организмды һыуһыҙландыра, йоҡонан яҙҙыра, бауыр зыян күрә.
“Йәш гвардия”сыларҙың айыҡлыҡты өҫтөн күреп, эскелеккә ҡаршы көрәштә йәнә бер аҙым яһауы хуплауға лайыҡ. Теләктәшлек күрһәтеп, пикетҡа ҡушылған өфөләрҙең дә уйы шундай.