Тәүәкәсте һыу баҫты06.05.2014
Тәүәкәсте һыу баҫты
Архангел районында Инйәр йылғаһы ташыу сәбәпле, Тәүәкәс ауылы мәктәбендә дәрестәр туҡтатылды. Халыҡҡа иҫкәртеү яһалды. Урында ташҡынға ҡаршы комиссия эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкилдәре лә Тәүәкәскә юлланды.

Был аҙнала Йомағужа һыу һаҡлағысынан һыу ағыҙыуҙың икеләтә артыуы көтөлә, тип хәбәр итте Стәрлетамаҡтағы ташҡынға ҡаршы комиссия. Һөҙөмтәлә Ағиҙел, Ашҡаҙар һәм Стәрле йылғаларының ҡырҡа күтәрелеүе ихтимал.
Ҡала власы яр буйында йәшәүселәрҙе ғәҙәттән тыш хәлгә әҙер булырға саҡыра. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн радиоалғысты һәм телевизорҙы һүндермәҫкә, йылға ярында ял итеүҙе кисектерергә кәңәш ителә. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте телефондары: 05, 2-000-45; кеҫә телефондары өсөн 112, 25-12-68 (авария-ҡотҡарыу отряды).


Вернуться назад