Еңеү көнөндә Белогорскиҙағы 1 500 һуғыш ветеранына һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә аҙыҡ-түлек пакеттары тапшырыла.
Республикабыҙҙағы агросәнәғәт комплексы предприятиелары Ҡырым ветерандарын ҡотлау башланғысын хуплап сыҡты. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тәүгеләрҙән булып ошо төбәккә ярҙам күрһәтергә ашыҡты. Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, ҡайһы бер ауыл хужалығы ойошмалары бер көнлөк эш хаҡын күсерһә, төп эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары Ҡырым халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашты. “Башагропродукт” дәүләт унитар предприятиеһы, 36 тонна аҙыҡ-түлек тейәп, ике йөк машинаһын Ҡырымға оҙатты.
5 майҙа Башҡортостан шефлыҡҡа алған районға тоҡомло айғырҙар ҙа ебәрелде. Ҡырымдың Белогорск районында ҡымыҙ етештерелеүе күптәргә билдәле. Башҡорттарҙың милли эсемлеге был ярымутрауға уҙған быуаттың 50-се йылдары уртаһында килтерелгән. Уны етештереү өсөн Ҡырымға республикабыҙҙан аттарҙы махсус алып барғандар.