Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы республика буйынса Баш федераль инспекторҙың йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһендә үткәргән “түңәрәк өҫтәл”дә мөһим мәсьәләләр тикшерелде.
Фекер алышыуҙа Союз рәйесе Рәшиҙә Солтанова ҡала һәм райондарҙа Атайҙар советы төҙөүҙең әһәмиәтен билдәләне. “Ҡатын-ҡыҙҙар советы Атайҙар советы яҡлы” тигән проектты республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ла хуплап сыҡҡан. Уға ярашлы республикала атайҙар өсөн конкурстар үткәреү, советтар ойоштороу, октябрҙә атайҙарҙың республика йыйылышын уҙғарыу ҡаралған.
— Ир-егеттәрһеҙ ғаилә лә, балалар ҙа юҡ. Бала тураһында һүҙ сыҡһа, ғәҙәттә, әсәйҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы телгә алалар. Әсәне яҡлап 40-ҡа яҡын закон ҡабул ителгән, ә бына атай, ир-егет мәнфәғәтен ҡайғыртыусы бер закон да юҡ, — тине Рәшиҙә Солтанова. — Башҡортостан Андрология хеҙмәте тураһындағы законды иң беренсе булып ҡабул итте, әммә ул әлегә ҡағыҙҙа ғына ҡала.
Ағиҙел ҡалаһынан Атайҙар советы рәйесе Руслан Шөғәйепов атом электр станцияһы төҙөлөшө туҡтатылғандан һуң ҡалалағы атайҙарҙың ситтән эш эҙләргә мәжбүр булыуын билдәләне. Улар вахта ысулы менән эшләй, айҙар буйы ғаиләһен күрмәй. Мәсьәләне хәл итеү өсөн Атайҙар советы ойошторолған да инде Ағиҙелдә.
Сарала билдәләнеүенсә, әле атайҙарҙың хоҡуғын яҡлау өлкәһендәге Рәсәй ҡануниәте йылдам үҫтерелә. Атайҙар институты, уларҙың хоҡуҡтары дәүләт тарафынан иғтибарға алына. Шул уҡ ваҡытта айырым нормаларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән борсолоу тыуа. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар атайҙар мәнфәғәте яҡланырына өмөт белдерҙе.