Ҡарлыман шәкәрен тағы татырбыҙмы?06.05.2014
Ҡарлыман шәкәрен тағы татырбыҙмы?
4 майҙа Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһы менән танышты, сәсеүлектәрҙе ҡараны.

Ляхов ауылында төбәк башлығына “Артемида” компаниялар төркөмөнөң былтыр ҡыш “500 ферма” программаһына ярашлы төҙөлгән өр-яңы малсылыҡ комплексын күрһәттеләр. 2005 йылда һалына башлаған комплекста эш көрсөк һөҙөмтәһендә туҡтап ҡалғайны. 2012 йылда “500 ферма” республика программаһы ярҙамында төҙөлөш тергеҙелде. Бөгөн фермала бер мең баш һыйыр аҫрала, тәүлегенә 15 тонна һөт етештерелә. Ике йыл эсендә күрһәткестәрҙе бермә-бер арттырыу күҙаллана.
“Артемида” компаниялар төркөмө баҫыуҙарының береһендә Рөстәм Хәмитов сәсеү һәм тупраҡты эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән техниканы ҡарап сыҡты, хужалыҡ баҫыуҙарындағы ужым бойҙайына ла иғтибар итте. Һауа шарттарына бәйле сәсеү эше графиктан бер аҙнаға артта ҡалған.
“Надежда” ауыл хужалығы предприятиеһында сәсеү йылдам бара. Техника әҙер, яғыулыҡ һәм орлоҡ етерлек тупланған. Республика етәксеһе ошо хужалыҡ урынлашҡан Константиновка ауылындағы социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты, артабан “Башовощснаб” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яңы теплица хужалығына юлланды. Февралдән майға тиклем бында 145 тонна ҡыяр үҫтерелгән. Йәшелсә “Ҡырмыҫҡалы ҡыяры” тигән тауар маркаһы менән Өфөләге һәм тирә-яҡ биләмәләрҙәге кибеттәргә сығарыла. Хужалыҡты үҫтереүгә ҡамасаулаған ҡайһы бер мәсьәләләр ҙә бар бында. Мәҫәлән, яһалма яҡтыртҡыстар етмәй, бының өсөн 18 миллион һум аҡса кәрәк. Ошо мәсьәлә хәл ителһә, уңышты 1,5-2 тапҡырға арттырып буласаҡ. Башҡортостан Президенты ауыл хужалығы министры Николай Коваленкоға фермерға ярҙам күрһәтеү юлдарын ҡарарға ҡушты.
Шайморатов ауылында Рөстәм Хәмитов “Шайморатов” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты. Хужалыҡ үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә, ит, иген, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш һатыуҙан да килем ала. Предприятие 6 мең гектарҙан ашыу ер эшкәртә, 880 баш мал аҫрай.
“Шайморатов” йәмғиәте офисында төбәк башлығы Ҡарлыман шәкәр заводының проблемаларына арналған кәңәшмә үткәрҙе. Предприятие былтыр ябылып, сеймал ҡабул итеү туҡталғайны. Уның төп акционеры — “Рәсәйҙең ауыл хужалығы банкы”. Республика Президенты фермерҙарға шәкәр заводын һатып алып, уны яңыртырлыҡ һәм проект ҡеүәтенә сығарырлыҡ берлектәге кооператив ойошторорға тәҡдим итте.



Вернуться назад