“Эй, туған тел, һиндә булған Иң элек ҡылған доғам...”02.05.2014
— Халҡыбыҙ телендә, милли матбуғат баҫмаларында “Хоҙай” тигән һүҙ йыш ҡулланыла. Белеүебеҙсә, Аллаһ Тәғәләнең 99 исеме бар, әммә ундайы юҡ. “Хоҙай” һүҙен ҡулланыу дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ.
Баймаҡ районы.

“Эй, туған тел, һиндә булған  Иң элек ҡылған  доғам...” Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе
мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт
НИҒМӘТУЛЛИН:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Аллаһҡа гүзәл исемдәрен әйтеп доға ҡылығыҙ”, — тиелгән “Әл-Әғраф” сүрәһендә. Рахмән (мәрхәмәтле, шәфҡәтле), Малик (батша), Ҡотдос (изге), Сәләм (саф, тыныслыҡһәм бәрәкәт биреүсе), Латиф (аңлаусы, ғәфү итеүсе), Ғәфүр (тәүбә иттереүсе)... Аллаһ Тәғәләнең 99 рәсми исеме билдәле. Уларҙың араһында Үҙе генә белгән йәшерен берәүһе лә бар. Ләкин, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, исемдәр 99 менән генә тамамлана, тип әйтеү мөмкин түгел. Донъяла бихисап милләт вәкилдәре йәшәй, улар Аллаһ Тәғәләне үҙ телендә төрлөсә исемләй. Беҙҙәге “Тәңре”, “Хоҙай” тигән һүҙҙәр — ошоға дәлил.
“Тәңрем — Аллаһтыр, бәнем (тинем),
Динем — Исламдыр, бәнем...” —
тигән юлдар бар “Бәдүән” китабында. Күренеүенсә, бында “Тәңрем” һүҙе Аллаһ Тәғәләгә эпитет булараҡҡулланылған. “Хоҙай” ҙа ошондай уҡ мәғәнәне бирә. “Тәңрем, бәхет-сәғәҙәт бир”, “Раббым, сәләмәтлектән айырма”, “Хоҙайым, ярлыҡа мине”, тип доға ҡылғанда ниндәйҙер икенсе затҡа өндәшмәйбеҙ бит, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Башҡа төрлө милләттәрҙәүҙҙәренсә бүтән һүҙҙәр ҡулланылыуы ихтимал. “Ҡөрьән”дең тәржемәһендә күренеүенсә, бындай күренеш урыҫ телендә лә бар.
“Мин һеҙҙе төрлө милләт итеп яраттым”, — тиелгән изге китапта. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәләне һәр халыҡүҙһүҙе менән төрлөсә бөйөкләй икән, был яҙыҡ түгел. Киреһенсә, был беҙҙең телебеҙҙең байлығын, киңлеген, тәрән тамырлы булыуын сағылдыра. Хатта ки Ғабдулла Туҡайҙың бер шиғырында:
“Эй, туған тел, һиндә булған
Иң элек ҡылған доғам...” —
тигән һүҙҙәр бар. Хәҡиҡәттә Аллаһ Тәғәләгәөндәшкәндә күңелдәге теләкте үҙебеҙсә, туған телебеҙ аша еткерәбеҙ бит.
Ислам тәрбиәһенең иге-сиге юҡ. Динебеҙҙә быуаттар дауамында һаҡланып килгән ошо байлыҡты, рухи мираҫты киләсәк быуындарға түкмәй-сәсмәй еткерергә бурыслыбыҙ. “Хоҙай”, “Тәңре” тигән һүҙҙәр халҡыбыҙҙа Аллаһ Тәғәләнең исеменәәүерелгән, телмәребеҙгә, күңелебеҙгәүтеп ингән икән, уларҙы ҡулланып доға ҡылыуҙы дауам итәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ниндәйҙер шикләнеүҙәргә урын булмаһын. Хоҙай Тәғәлә рухыбыҙға, йәнебеҙгә, тәнебеҙгә рәхмәтен дауамлы ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад