Бер-беребеҙ менән осрашҡанда тәү сиратта: “Балаларыңдың хәле нисек? Үҫәләрме?” — тип һорашырға күнеккәнбеҙ. Ысынлап та, ата-әсәнең, өлкәндәрҙең тормошо, уңыш-ҡаҙанышы, хыялдарының, маҡсаттарының нигеҙе сабыйға бәйле: ул имен-һау, күңеле бөтөн булһын, лайыҡлы кеше булып етешеп, һәр саҡҡыуанып, башҡаларҙы һөйөндөрөп йәшәһен өсөн әллә ниҙәр эшләргәәҙербеҙ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ниәтте тормошҡа ашырыу юлына ифрат ҙур кәртәҡоролған осраҡтар ҙа була...
Өфөҡалаһында йәшәгән РәйсәҒәйфуллина ла ауыр һынау кисерә: улы Эрнст ҡаты сиргәһабышҡан. 2009 йылғы малай тыумыштан һау-сәләмәт булған, үҫеш кимәле буйынса башҡа тиҫтерҙәренән айырылмаған. Бер йәште уҙғас иһә Эрнстың сәләмәтлегендә кире үҙгәрештәр һиҙелә башлаған. Рәйсә Зөфәр ҡыҙы уны тыуғас уҡ уллыҡҡа алған булған.
Эрнстҡа эпилептик энцефалопия, Леннокс-Гасто синдромы, нервы системаһының органик зарарланыуы эҙемтәһендә барлыҡҡа килгән телмәр һәм хәрәкәт үҫеше тотҡарлығы, атактик синдром, күреү нервыларыныңөлөшләтә атрофияһы тигән диагноз ҡуйылған. Әсәһе уны Өфөнөң балалар стационарҙарында, Санкт-Петербург дәүләт педиатрия медицина академияһында (2012 йылдың майында) дауалатҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ыңғай һөҙөмтә юҡ. Әле Рәйсә Зөфәр ҡыҙының мөрәжәғәтенә Израилдәге Хаим Шиба исемендәге дәүләт дауаханаһынан яуап килгән: улар Эрнстҡа ярҙам итергә теләк белдерә. Хаҡы, әлбиттә, ҡиммәт: тикшерелеүөсөн генә 18 мең доллар самаһы аҡса талап ителә.
Билдәле булыуынса, бынан тыш, самолетҡа, трансферға, йәшәүгә, медицина документтарын күсереүгә, тәржемәсе хеҙмәтенәһәм башҡаларға түләргә кәрәк. Дөйөм алғанда, бер миллион һум тирәһе сығым китәсәк. Өҫтәүенә, тикшереүүткәс, операция талап ителеүе бар. Әйтеүҙәренсә, уның ике миллион һумға етеүе ихтимал. Әсәй кешенең ундай аҡсаны табыу мөмкинлеге юҡ. “Тикшеренеүүтеүөсөн генә булһа ла ярҙам кәрәк ине”, — ти ул.
Хөрмәтле туғандар! Ауыр хәлдәҡалған әсәгә хәлебеҙҙән килгәнсә аҡса йыйыуға булышлыҡ итһәксе. Рәйсә Зөфәр ҡыҙының яҡташтары, таныштары, хеҙмәттәштәре, ойошма-предприятие етәкселәре, эшҡыуарҙар битараф ҡалмаҫ тигән өмөттәбеҙ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, үҙеңә йөҙләтәәйләнеп ҡайта, тип өйрәтә бит изге “Ҡөрьән”.
Күл тамсынан йыйыла, ти халыҡ — бәләкәй генә булһа ла ярҙамыбыҙ Эрнстың яҙмышына баһалап бөткөһөҙөлөш индерер, тип ышанайыҡ. Малайҙыңһауығып, киләсәктәәсәһен шатлыҡҡа күмеп йәшәүен теләйек.
Рәйсә Ғәйнуллинаның
“УралСиб” банкынан бирелгән картаһының номеры —
4406 6650 0821 4886.