Иртәнге аяттарҙы фәрештәләр тыңлай02.05.2014
Иртәнге аяттарҙы фәрештәләр тыңлай
Күбебеҙ иртәнге намаҙҙы иң ауыры тип һанай. Ә йоҡонан ваҡытында уяныу өсөн физик, рухи йүнәлештә лә, аҡыл менән дә эш итергә кәрәк. Иң мөһиме — иртәнге ғәмәлдең биш намаҙ араһында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген оноторға ярамай.

“Намаҙҙы көндөҙҙән ҡараңғы төнгәҡәҙәр (өйлә, икенде, аҡшам, йәстү) ҡыл, ә “Ҡөрьән”де таңда, шаһиттар (фәрештәләр) янында уҡы”, — тиелгән изге китапта. Тимәк, иртәнсәк әҙәм балаһы яңғыҙы булмай, уның доғаларын тыңлаусылар бар.
“Ике йөҙлөләр иртәнге һәм төнгө намаҙҙарҙы уҡыуҙан ситләшергә тырышалыр, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. — Әгәр бының арҡылы нимә юғалтҡанын белһәләр, ғәмәл ҡылырға тубыҡланып булһа ла килерҙәр ине”. Ғөмүмән, иртәнге намаҙҙы уҡымау Аллаһ Тәғәләнең ярҙамынан мәхрүм ҡалыуға килтерә. Ошолай булмаһын өсөн бер нисә кәңәш тыңлағыҙ.
Физик әҙерлек. Йоҡлар алдынан бүлмәне елләтергәһәм йәстүҙән һуң ваҡытында йоҡларға ятырға кәрәк. Сәғәттең уятҡысын ҡуйырға онотмағыҙ.
Аҡыл әҙерлеге. Иртәнге намаҙҙың ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген, уны ҡалдырырға ярамағанлығын аңығыҙға һеңдереп йоҡларға ятығыҙ. “Тағы ла бер-ике минут ҡына ятам да...” тигән уйҙың алдатҡыс икәнлеге тураһында тағы ла бер хәтергә төшөрөгөҙ.
Күҙ алдына килтерегеҙ: иртәнсәк самолетҡа өлгөрөргә йә эш буйынса ҡайҙалыр барырға тура килһә, берәүҙә ләззәтләнеп йоҡлап ятмаясаҡ, мотлаҡ уянасаҡ. Был, әлбиттә, ҙур теләккә бәйле. Ошоға бәйле әҙәм балаһының иртәнге намаҙҙы ҡалдырыуын аҡлап булмай: әгәр ул таңдан тормай икән, тимәк, әҙерлеге лә шул саҡлы. Үҙ-үҙеңде тәрбиәләргә, хаталарыңды төҙәтергәөйрәнергә кәрәк.


Вернуться назад