Аҡлыҡҡа табынып йәшәйек02.05.2014
Аҡлыҡҡа табынып йәшәйек
Бер мәл атаһы улын саҡыртып ала ла:
— Ошо бүлмәләге аҡ төҫтәге әйберҙәрҙе хәтереңдәҡалдыр. — ти. Малай был эште “һә” тигәнсәүтәй. Шунан икеһе лә бүлмәнән сыҡҡас, атаһы һанап бирергәҡуша. Улы иһә хәтеренең шәплеген күрһәтә, бөтәәйберҙәрҙе лә теүәл атап сыға.
— Ә хәҙер, — ти атаһы, — ҡара төҫтәрҙәгеһен һана.
Малай аптырап ҡала.
— Бәй, мин унда ҡара төҫтәгеләрен күрмәнемсе...
Атаһы мәғәнәле итеп йылмая ла улын ҡабаттан теге бүлмәгә алып инә:
— Бына, хәҙер күрәһеңме?! – Улы, бүлмәләҡара төҫтәге әйберҙәрҙең күплеген күреп, шаҡ ҡата...

Ҡырымдың хәл-әхүәле тураһында һораһаң, күптәр ошо малай хәлендәҡалыр, моғайын.
“Кит, нишләп насар йәшәһендәр, ти, Ҡырымда. Беҙҙең кеүек сатлама ҡышты күрәләрме? Емеш-еләге үҙе ауыҙға өҙөлөп төшөп тора тигәндәй. Ә тирә-яҡтан уратып алған диңгеҙҙән күргән изгелектәрен әйтәһе лә түгел. Ана, Себер халҡы ҡояш күрмәй йәшәһә лә, биҙа һалмай. Торған ерҙәре йәннәттеңүҙе бит!” Замандаштарыбыҙҙың ауыҙынан ошондай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
Ете тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, тиҙәр бит халыҡта. Миңәһуңғы йылдарҙа Украинала алты тапҡыр булырға тура килде. Киев, Одесса, Харьков кеүек ҡалаларҙа йөрөп, урындағы халыҡтың тормошо менән танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Ә инде яңыраҡ Рәсәй составына ингән Ҡырым Республикаһын ике йыл элек арҡырыһынан буйына гиҙеп сыҡтым. Ошо сәфәрҙәремдә күргәндәремде һеҙҙең менән уртаҡлашмаҡсымын.
Ҡырым ярымутрауының баш ҡалаһы Симферополдән Ялтаға троллейбуста елдерәбеҙ. “Ҡалалар араһында нисек троллейбус йөрөһөн?” тип уйлап ҡуйғанһығыҙҙыр әле. Ә бына Ҡырымда шулай! Үҙегеҙ беләһегеҙ, электр транспортының тирә-яҡ мөхиткә зарары юҡ тиерлек. Шуға ла 1959 йылда курорт биләмәһендәге экологияны һаҡлау өсөн Симферополдән Ялтаға ҡәҙәр 96 километр оҙонлоҡтағы троллейбус линияһы һуҙыла. Был донъялағы иң оҙон троллейбус юлы тип иҫәпләнә.
Бындағы тәбиғәттең гүзәллеге хаҡында тәфсирләп яҙып тороу кәрәк түгел. Торғаны бер ожмах инде! Алдағы рәттә ултырған экскурсовод туристарға Ҡырымдың тәбиғи үҙенсәлектәре, ҡомартҡыға тиң урындары хаҡында ләззәтләнеп һөйләй:
“Ҡырым яҡын-тирәлә иң бай ҡомартҡылы төбәк булып иҫәпләнә. Бында 30-ҙан ашыу дәүләт музейы эшләй. Феодосиялағы И. Айвазовскийҙың картиналар галереяһы үҙе ни тора!”
Троллейбустың уфтанған кеүек яй барыуы ғына бер аҙ кәйефте ҡыра.
Йәнәшәлә ултырған юлдашым:
— Был “тимер ат” беҙҙән ҡартыраҡтыр ул. Ана бит, быуындары кәлтер-көлтөр килә, – тип мут йылмайып ҡуйҙы.
Экскурсовод беҙҙең былай шаяртыуҙы ишетте, күрәһең. Ҡырымдың тарихы хаҡында һөйләп барған еренән кинәт икенсе юҫыҡта һүҙ башланы.
— Беҙҙең троллейбустар хаҡында сит илдәрҙә белмәгән кеше юҡтыр, — тине ул етди генә. – Күптән түгел “Ҡырымтроллейбус” предприятиеһы Гиннесс рекордтары китабына индерелде, сөнки уларҙың маршрутҡа сыҡҡан троллейбустары донъяла иң иҫкеһе тип иҫәпләнә. Мәҫәлән, беҙҙе әле алып барғаны үткән быуаттың 70-се йылдары башында эшләнгән. Техник күрһәткестәре буйынса улар 14 йыл ғына йөрөргә тейеш...
Урындағы тәбиғәтенең шифаһы, ғәжәп дауалау үҙенсәлектәре хаҡында ла экскурсовод кинәнеп һөйләне:
— Билдәле урыҫ табибы Сергей Боткин Ҡырым климатының сихәтле булыуын иҫбатлаған. Туберкулез менән яфаланыусыларға бындағы тәбиғәт ифрат та килешә икән. Уның кәңәше менән батшабикәөсөн шифахана ла төҙөлгән. Совет осоронда ил башлыҡтары тап ошонда ял итеүҙе хуп күргән. Шуныһы көйөнөслө: Украина етәкселеге әҙер ҡалған мөлкәттеңҡәҙерен белмәне. Дәүләт тарафынан иғтибар булмауы арҡаһында бөтә донъяға даны таралған шифаханалар көрсөккә терәлде...
Аҡлыҡҡа табынып йәшәйекЯлтаға килеп ингәс тә боронғо йорттарға ҡарап, һоҡланып туя алманыҡ. Тик мөһабәт биналар араһында төҙөлөп бөтмәгән бер йорттоңһерәйеп тороуы ғына күҙгә төшкән сүп кеүек тойола.
Баҡтиһәң, үткән быуат аҙағында Кинематография йорто төҙөргә тотонғандар икән. Әйтергә кәрәк, заманында Ҡырымда “Кавказская пленница”, “Человек-амфибия”, “Три плюс два” кеүек легендар фильмдар төшөрөлгән. Хатта донъяға билдәле актер Джеки Чан да ошонда килеп, кинола уйнаған. Шуға ла төбәктә кино сәнғәтен үҫтереүҙе күҙаллағандар. Тик илдәге үҙгәртеп ҡороу елдәре генә бәкәлгәһуға. Халыҡ хәҙер был бинаны уйынлы-ысынлы “Билдәһеҙ инвесторға һәйкәл” тип йөрөтә.
Ялтаны йөрөп сыҡҡандан һуң, унан алыҫ булмаған Алупка ҡалаһына юл тотабыҙ. Ул Ҡырымда иң бейектәрҙән иҫәпләнгән Ай-Петри тауы итәгендә урынлашҡан. Курорт ҡалаһына килеп етеү менән урынлашыу мәсьәләһен хәстәрләй башланыҡ. Көн кискә ауышҡайны.
Үҙәк майҙанда ҡулына яҙыулы ҡатырға тотҡан әбейҙәр иғтибарҙы йәлеп итте. Улар туристарға бүлмә, фатир йә шәхси йорттарын ҡуртымға бирә икән. Оло йәштәге кеше бындай юлға аҡса һуғыу маҡсаты менән бармағаны күренеп тора. Мәҫәлән, беҙгә фатирын тапшырған Мартьяна исемле әбей пенсионерҙарҙың хәле көндән-көн мөшкөлләнә барыуын бәйән итте.
— Айына 900 гривна (беҙҙеңсә 4000 һум самаһы) пенсия алам, — ти ул. – Әйбергә хаҡ артҡандан-арта. Ярай әле ошо фатирҙар ҡотҡара: үҙемдекен туристарға тапшырам, әҡыҙымдыҡында бергәләп көн күрәбеҙ.
Әгәр Ҡырым ярымутрауының көньяҡөлөшөндә, йәғни Ялта, Алушта, Алупка, Феодосия кеүек курорт зоналарында урындағы халыҡ туризм иҫәбенә йәшәһә, диңгеҙҙән алыҫыраҡ урынлашҡан райондарҙа хәлдәр мөшкөлөрәк. Быны беҙҠырымдың көнбайышында урынлашҡан Евпатория ҡалаһына барғанда күрҙек.
Симферополь тирәһендәге маршруттарҙа яҡшы автобустар йөрөһә, төпкөлөрәк урындарҙа иҫкереп бөткән “Икарус”тарҙы күреп аптыраныҡ. Ә инде райондағы юлдар күптән йүнәтелмәгән. Был яҡтарҙа йөрөүөсөн ошо тирәне яҡшы белергә кәрәк. Шунһыҙ аҙашып ҡалыуың да мөмкин, сөнки юл күрһәткестәре һирәк осрай. Ҡайһы саҡта ниндәй ауылды үтеп барғаныңды ла белмәй ҡалаһың.
Һис шикһеҙ, Ҡырым ерҙәре бай, уңдырышлы. Тик мул уңыш алыу өсөн ул ғына етмәй бит әле. Йүнһеҙ хужа булғанын да бөтөрөргә тора. Юлда барғанда киң баҫыуҙарҙыңҡый үләненә күмелеп, етемһерәп тороуын күрҙек. Тулып бешкән көнбағыш, тос башаҡлы иген баҫыуҙары һирәк кенә осрап, алдағы көнгәөмөт һалып ҡуя.
Әгәр Ҡырым ярымутрауының тарихына күҙһалһаң, был ерҙең күргән-кисергәндәре өсөн тетрәнеп ҡуяһың. Грек колонистары, скифтар, римдар, гундар, хазарҙар, әрмәндәр, монголдар һәм башҡа халыҡтар ошо ерҙе ожмах итеп күреп, берсә баҫып алған, берсә сигенергә мәжбүр булған. Күпме ҡан ҡойошто, ҡаты бәрелештәрҙе күргән Ҡырым!
1954 йылдың 19 февралендәҠырым ярымутрауы РСФСР составынан Украинаға бирелә. Был ҡарарҙы ул ваҡыттағы ил башлығы Никита Хрущев (украин милләтенән) сығара. Әгәр СССР заманында Ҡырымды финанслау Мәскәүҙән бүленһә, дәүләт тарҡалғас, ул Киев ҡарамағында ҡала. Ә инде Украина етәкселеге ярымутрауҙың хәлен яҡшыртам тип атлығып бармай, бары тик шәхси мәнфәғәттәрен ҡайғырта. Уйлап ҡараһаң, Севастополь хәрби портынан ғына илгә күпме килем төшә!
Үгәй әсәгә бил бөккән баланы хәтерләтеп ҡуя ине Ҡырым. Уға ярайым тип, тишек мискәгә көнөн-төнөн һыу ташый, ләкин бер нисек тә ярай алмай. Украинаныңҡаҙнаһы ла ошо күнәк кеүек төпһөҙ, күрәһең...
Шуға күрәҠырымдыңһәм көслө хәрби-диңгеҙ базаһы булып торған Севастополдең Рәсәйгәҡушылыуын тарихи ғәҙеллек тип иҫәпләргә кәрәк. Әле илебеҙ алдында ҙур һынауҙар, тау-тау эштәр көтә. Барлыҡҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып ҡына Рәсәй үҙенеңҡеүәтен, көсөн дәлилләйәсәк.
...Теге бүлмәлә аҡ төҫтәрҙе генә күргән малайҙы ла ғәйепләп булмай. Уйлап ҡараһаң, тормошобоҙҙа ҡара төҫтәрҙе генә күрергә теләүселәр былай ҙа баштан ашҡан. Шулар арҡаһында донъябыҙ бысранмаймы ни?! Нисек кенә булмаһын, аҡлыҡҡа табынып йәшәйек.


Вернуться назад