Һәр һанға күңел йылыһын бирә19.01.2012
Һәр һанға  күңел йылыһын бирәХеҙмәттәшебеҙ Булат Рәйес улының үҙ яҙмышын “Башҡортостан” гәзите менән бәйләүенә өс тиҫтә йыл да булып киткән. Ошо осор эсендә ил һәм республика тормошонда тәрән үҙгәрештәр булды, бер нисә баш мөхәррир алмашынды, коллектив та йәшәрҙе, эш алымдары ла заманға ярашлы үҙгәргәндән-үҙгәреп торҙо. Әммә һөнәренә мөкиббән бирелгән, бар булмышы менән “гәзитсе” Булат Әҙеһәмов һәр саҡ үҙе булып ҡала белде.
Баҫмабыҙҙың һәр хәрефе ҡурғаштан ҡойолған, ҡул хеҙмәте ҡулланылып донъя күргән осорҙа эшкә килгәйне ул. Тәүге мәлдә баҙнатһыҙ, йомшағыраҡ күренгән яңы хеҙмәткәрҙең типографияла сираттағы һанды әҙерләү буйынса яуаплылыҡты тейешенсә атҡара алыуы ҡайһы берәүҙәрҙә икеләнеү ҙә тыуҙырғайны. Ир-егет күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тиеүҙәренең хаҡлығына ышандырҙы Булат ағайыбыҙ. Ныҡышмаллығы, гәзит нәшерләүҙең серҙәренә төшөнөргә көслө ынтылышы арҡаһында һәм ололарға ололоҡло, кеселәргә кеселеклелеге менән тиҙ арала хеҙмәткәрҙәрҙең яратҡан кешеһенә әүерелде.
Гәзитте компьютерҙар ярҙамында әҙерләүгә күскәс, йәһәт кенә замана техникаһын үҙләштереп, нәшерләү буйынса инженер оҫталығын камиллаштырҙы. Бөгөн ул – үҙе йәштәргә остаз.
Башҡаларҙан айырып торған сифаттары ла байтаҡ. Мәҫәлән, ябайлығы, ихласлығы һәм ярҙамсыллығынан тыш һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Холҡондағы ошо матур һыҙаттар һәр беребеҙҙе һоҡландыра һәм ихтирам уята. Ысын ир-атҡа ғына хас тағы бер күркәм үҙенсәлеге хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел, ул — ҡатын-ҡыҙға ҙур хөрмәт менән ҡарай һәм иғтибар күрһәтә белгән джентльмен. Үҙе лә бәләкәй генә һөйөнөскә сабыйҙарса ҡыуана. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ир-ат ҡулы талап ителгән эшкә тап уға мөрәжәғәт итеүе лә ғәҙәти күренеш, сөнки уның ярҙам күрһәтеүҙән бер ҡасан баш тартмаҫын һәр кем яҡшы белә. Ир-ат ризыҡ әҙерләгәндә фәрештәләр ҡанатын ҡағып тора тиеүҙәре лә раҫтыр. Аш-һыуға оҫталығы менән дә күптәрҙе ғәжәпләндерә. Һәүәҫкәр баҡсасы булараҡ та бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша ул.
Күркәм юбилейын — 60 йәшен билдәләгән ир-уҙамандың ғүмер юлы үкенерлек түгел. Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән егет Асҡын һылыуы Әлфисә менән матур ғаилә ҡороп, улдары Илдарҙы һәм ҡыҙҙары Лиананы тәрбиәләп үҫтерҙе. Балалары өсөн күңеле тыныс, сөнки улар аталы баланың арҡалы булыуын белеп, атай хәстәрен тойоп буй еткерҙе.
Гәзит уҡыусыларға техник хеҙмәткәрҙәрҙең эше лә, үҙҙәре лә таныш түгел, ғәҙәттә, коллегаларыбыҙҙың бер өлөшө шаршау артында ҡалыусан. Ә бит баҫмабыҙҙың һәр һанына уларҙың да күҙ нуры түгелә һәм ҡул йылыһы һалына. Гәзиттең зауыҡлы, хатаһыҙ һәм ваҡытында сығыуы уларҙың намыҫлы хеҙмәтенә бәйле, яуаплылыҡтары ла ҙур.
Булат Рәйес улының намыҫлы хеҙмәте республикабыҙҙың иң ҙур наградаһы – Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән баһаланды. Шулай ҙа иң юғары баһа, моғайын, көн һайын күрешеп-осрашып торған, һөйөнөстәре өсөн ихлас шатланған, көйөнөстәрен таратышҡан хеҙмәттәштәренең йылы ҡарашын тойоуҙыр. Был йәһәттән ул үтә бәхетле уҙаман — коллективта һәр саҡ ихтирам ҡаҙанды.
Хөрмәтле Булат Рәйес улына алдағы тормошонда ла яҡты көндәр, ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә шатлығы, күңел көрлөгө, өмөттәренең һәр саҡ аҡланыуын, офоҡтарҙың киң асылыуын теләйбеҙ.
“Башҡортостан”дар.


Вернуться назад