Былар ҡыҙыҡлы02.05.2014
* СССР-ҙа, 1941 йылдың ноябрендәҡабул ителгән законға ярашлы, балаһы булмаған ир һәм ҡатындар эш хаҡының 6 проценты күләмендәһалым түләгән.
* Совет осоронда танылыу яулаған шахтер Алексей Стахановтың ысын исеме Андрей булған. Ташкүмер сығарыу буйынса рекорд ҡуйғас, "Правда" гәзитендә уның исемен яңылыш Алексей тип яҙғандар. Шунан һуң Сталиндың бойороғо буйынса уға яңы исем менән паспорт тапшырғандар.
* Бөгөн Рәсәйҙә дәүләт хеҙмәткәрҙәренеңһаны — 1 миллион 53 мең кеше. 1992 йылда был күрһәткес икеләтәәҙерәк булған.
* Дәүләт статистика комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй халҡының 30 проценты — ярлы, 35 проценты — фәҡир. Йәғни илдәге халыҡтыңөстән ике өлөшө яҡшы йәшәмәй.
* Екатеринбург ҡалаһында компьютер клавиатураһына һәйкәл ҡуйылған.
* 2009 йылда Рәсәйҙә 1 000 кешегә 10 милиционер тура килгән. Был күрһәткес АҠШ-тағынан (2,7) һәм Франциялағынан (2,0) яҡынса биш тапҡырға күберәк.
* Рәсәйҙә балаларҙың 30 проценты рәсми никахһыҙ тыуа.
* 1917 йылдағы революцияға тиклем Рәсәйҙәге ғаиләләр донъяла иңҙурҙар иҫәбендә булған. Ул осорҙа һигеҙ балалы ғаилә бәләкәй тип иҫәпләнгән, ә инде 12–14 балалыһы ҡәҙимге һаналған. Хәҙер иһә Рәсәйҙәге ғаилә хәле донъяла иң түбәндәрҙән һанала (уртаса 1-2 бала).
* Өфөлә 2008 йылдан алып тыуым арта килә. Ошо йәһәттән ул — илдә яҡшы күрһәткесле берҙән-бер миллионлы ҡала.
А ҒИЗЗӘТОВ әҙерләне.



Вернуться назад