Юрист кәңәштәре02.05.2014
Дарыуҙы кире ҡайтарып булмаймы ни?
Бер нисәҡап ҡиммәтле дарыу һатып алғайным, уларҙың бөтәһен дә файҙаланырға тура килмәне. Ташларға йәлләйем. Аптекаға алып барғайным, кире ҡабул итмәнеләр. Ҡабы ла асылмаған бит ул дарыуҙарҙың!
А. Нуриева.
Мишкә районы.
Аптека хеҙмәткәрҙәре хаҡлы. Дарыуҙар ҡулланыуға яраҡһыҙ булған осраҡта ғына кире тапшырыла торған тауарҙар исемлегенә инә. Шуға ниндәй ҙә булһа препаратты һатып алғанда уныңһеҙгә күпме миҡдарҙа кәрәклеге хаҡында уйлау мөһим. Әгәр ташларға йәл икән, кемгәлер һатырға йәки мохтаждарға бушлай бирергә мөмкин. Сифатһыҙ булған, файҙаланыу ваҡыты үткән осраҡта ғына дарыуҙы аптекаға кире тапшыра алыр инегеҙ.
Бушлай хосусилаштырып ҡалығыҙ
Бушлай хосусилаштырыу ҡасанға тиклем дауам итер икән? Ул тағы оҙайтылырмы?
Б. БУЛАТОВ.
Сибай ҡалаһы.
Бушлай хосусилаштырыу 2015 йылдың 1 мартына тиклем дауам итәсәк. Был процесс ошоғаса бер нисә тапҡыр оҙайтылды. Шуға күптәр тағы элекке хәл ҡабатланыр, өлгөрөрбөҙәле, тип өмөт итә. Әммә сираттағыһыныңһуңғыһы булыуы ихтимал. Әгәр фатирығыҙҙы хосусилаштырырға уйлағанһығыҙ икән, был эште оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.
Льготалар ҡаралған
Йыл һайын торлаҡөсөн һалым түләйем. Былтыр декабрҙә хаҡлы ялға сыҡтым. Пенсионерҙар һалымдан азат ителә, тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө икән? Кемдәр льготаға эйә?
Н. Фәхретдинова.
Әбйәлил районы.
Ысынлап та, хаҡлы ялға сыҡҡас, был һалымды түләргә тейеш түгелһегеҙ. Шулай уҡ I һәм II группа инвалидтары һәм бала саҡтан ғәриптәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һалым түләмәй. Мәҫәлән, Тыуған илен егерме йыл һаҡлаған хәрбиҙәргә лә ошондай льготалар ҡаралған. Был исемлек менән тулыһынса танышҡығыҙ килһә, «Физик шәхестәрҙеңмөлкәтенәһалым тураһында»ғы Федераль закондың 2-се статьяһын ҡарағыҙ.