Аһылай йәшәүгә ҡулай02.05.2014
Аһылай йәшәүгә ҡулай
Әбйәлил районындағы иң төпкөл ауылдарҙың береһе Аһылай тәбиғәттең иҫ киткес матур ерендә урынлашҡан. Уны уратып алған Өскүл, Янсыҡты һәм Ҡолдобай күлдәре, тирә-яҡтың тоғро һаҡсылары кеүек үҫкән ҡайын, ҡарағай урмандары, төбәкте ниндәйҙер афәт-ҡазаларҙан ҡурсаларға тырышҡандай теҙелеп киткән мәғрур тауҙар, ысынлап та, Аһылайҙың ожмах төйәге икәнлеген иҫбатлай.
Ул бер яҡтан Учалы районының Баттал ауылы менән сиктәш. Аһылайҙан район үҙәге Асҡарға ҡәҙәр 100 километр булһа, күрше Белорет ҡалаһына – 57, Магнитогорскиға — 62, ә Учалыға – 100. Тимәк, халыҡҡа, Асҡарға йөрөп интеккәнсе, берәй күрше ҡалаға барыу отошлораҡ. Ауылдыңөс исеме бар: халыҡ телендә ул Өскүл тип йөрөтөлһә, ҡасандыр бында Назар тигән урыҫ тирмән тотҡанлыҡтан, урыҫтар уны Назаркин тип атаған. Ә рәсми телдә ауыл Аһылай тип атала.


Аһылай йәшәүгә ҡулай  Тарихҡа күҙһалғанда

Иң боронғо нигеҙҙе һаҡлаған Аһылай ауылы ХVIII быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Күрше Йәнекәй ауылынан Тәүәкәй исемле егет ауыл буласаҡ ерҙә нигеҙҡора. Ғаиләлә дүрт ул донъяға килә, ошо уландарҙан йүкәләр, һармаҡтар, ҡалмаҡтар араһы тарала. Шулай уҡ ауылда татарҙар, бесәйҙәр, таяуыстар, ҡаҙаҡтар, көпшәләр, сандырҙар араһы бар. Ауыл халҡы күсмә тормош менән көн иткән, мал көткән. Көркәк тауы өҫтөндә, Кесерткән тигән яланда йәйләгән. Көҙгәҡарай тауҙан түбән Иҫке Ҡышлау, Йәрембәт, Эре Ҡарағас йәйләүҙәрендә йәйләй-йәйләй, ҡышҡыһын ауылға ҡайтып ингәндәр.
1795 йылдың V ревизия документтарынан күренеүенсә, ауылда 13 йортта 96 кеше йәшәгән. 1859 йылда 30 йортта 158 кеше теркәлһә, 1920 йылда инде 56 йортта 265 кеше йәшәгәне билдәле. Бөгөн 120 хужалыҡта 400-ҙән ашыу кеше көн итә, шуларҙың 60-ы – оло йәштәгеләр, 64-е — мәктәп йәшендәге балалар. Ауылдың иңөлкән кешеһе – Мәрзиә Бүләкбаева, иң бәләкәсе – СәлимәҒиниәтуллина. Мәктәптә туғыҙ уҡытыусы белем бирә, 17 ҡатын бюджет өлкәһендә эшләй. Ир-аттың күпселеге ситтә тир түгергә мәжбүр.

Аһылай йәшәүгә ҡулай  Яҡты нур өләшеүсе
Сәфәребеҙҙе халыҡты аң-белемгәөндәүсе һәм тәрбиәләүсе китапхананан башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Академик Лихачев: “Бөтә сәнғәт юҡҡа сығып, тик бер китапхана тороп ҡалған хәлдә лә, мәҙәниәтте тергеҙеп була”, — тигән. Тимәк, китапхана мәҙәниәттең аҡыл, ғилем ҡаҙнаһын тәшкил итә.
Билдәле булыуынса, төпкөлдә китапхана ауылдың социаль йөҙөн билдәләй. Әгәр унда ишектәр асыҡ икән, тимәк, был ауылдың киләсәге өмөтлө.
Оҙаҡ йылдар китапханала эшләгән Гөлсирә Йәһүҙина беҙҙе ихлас ҡаршы алды.
— Халыҡ хәҙер китап уҡымай тигән һүҙҙәр менән тулыһынса риза түгелмен. Интернет, компьютер әҙәби баҫмаларҙы ҡыҫырыҡлап сығара тигән фараз да дөрөҫ булмаҫ, киреһенсә, уларҙан арып, халыҡ китапты хуп күрә. Ташҡа баҫылған яҡшы әҫәрҙе ҡулға тотоп уҡыуҙан да ләззәтлерәк шөғөл юҡ, минеңсә, — ти Гөлсирә Иҡсан ҡыҙы.
Ыҡсым ғына йылы бүлмәгә күҙһалам: кәштәләр буйлап яҙыусыларҙың китаптары алфавит тәртибендә теҙелгән, төрлөөлкәләр буйынса йыйынтыҡтар ҙа күренә. Матбуғат баҫмалары ла бар, әммә улар араһында “Башҡортостан” гәзите юҡ. Сәбәбен һорағас, үҙе яҙылып, “Башҡортостан"-Йома” гәзитен китапханаға килтереүен белдерҙе Гөлсирә Йәһүҙина. Тимәк, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге был юҫыҡта тейешле эш алып бармаған, ауыл китапханалары матбуғат баҫмалары менән тулыһынса тәьмин ителмәгән. Ә бит бөгөн күптәрҙең, тап китапханаларға килеп, гәзит-журнал уҡыуы бер кемгә лә сер түгел.
Аһылайҙа иң күп китап уҡыусылар хаҡында ла һорашмай түҙмәнем. Гөлйәүһәр Шәғәлина, Нәбиулла Ғабдуллин, Айгөл Искәнйәрова һәм Диана Мәхийәнова икән улар.

Аһылай йәшәүгә ҡулай  Һәр йортта — гармунсы
Ауыл клубына капиталь ремонт яһалған, бина йылы. Әйҙә, халыҡты туплап, рәхәтләнеп эшлә генә. Ә аһылайҙарҙың дәртле булыуына иҫең китерлек! Бында гармунда уйнамаған, гармун күректәрен тартмаған кеше һирәк. Иллегә яҡын гармунсы йәшәй! Үҙҙәренән тотош бер ансамбль төҙөрлөк. Әммә мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре, ниңәлер, уларҙы дөрләтеп ебәрә алмай. Мәҫәлән, 14 йорттан торған Комсомол урамында ғына 14 гармунсы бар. Ауылға моңҡайтарыусы, мәжлес биҙәге булған гармунсыларҙың күбеһе һуңғы ваҡытта ҡулына уйын ҡоралын һирәк алһа ла, һәр береһе уның тауышынан Аһылай йәшәүгә ҡулай  шау-гөр килеп торған осорҙарын ҡәҙерләп хәтергә ала. Раян Шаһимөхәмәтов, Алмас, Ринат һәм Сәлим Бүләкбаевтар, Радик Мурзин, Исмәғил Алтынбаев, Нурислам Кәримов, Зәйтүнә Ишкинина, Рушан һәм Харис Ғайсиндар — аһылайҙарҙың хөрмәтен ҡаҙанған сәнғәт оҫталары.
Һуңғы ваҡытта радио тулҡындары аша ошо ауылда тыуып үҫкән, әле Учалы районында йәшәгән Илгиз Йомағужиндың йырҙарын йыш ишетергә тура килә. Иллегә яҡын көй ижад иткән, бигерәк тә “Донъя бит ул!” йыры менән халыҡтыңһөйөүен яулаған йәш композитор үҙенең ижадында хозур тәбиғәттең илһам сығанағы булыуын йәшермәй. Ысынлап та, бындай илаһи гүзәл донъя менән бәйләнештә булған халыҡтың моңһоҙҙа, дәртһеҙҙә булыуы мөмкин түгел.

Аһылай йәшәүгә ҡулай  Белем усағы
Ауыл тормошона ҡот һәм йәшәүгәөмөт биргән “өс таған”дың береһе булған мәктәп ишеген асабыҙ. Уҡыусыларҙың дәресе күптән тамамланыуға ҡарамаҫтан, беҙҙе мәктәп директоры Эльвира Ғайсина ҡаршы алды.
Уныңәйтеүенсә, бөгөн бында 64 бала белем ала. Дүрт уҡыусы күрше Рәхмәт ауылындағы урта мәктәпкә йөрөп уҡый. 2011 йылда белем усағына тулыһынса капиталь ремонт яһалған, спорт залы булдырылған. Физкультура уҡытыусыһы Рәсүл Мөхәмәткилдин уҡыусылар араһында сәләмәт тормошто йәйелдереү буйынса ғәйәт ҙур эш алып бара. Аһылайҙар районда иң етеҙ саңғысылар булыуы менән дан тота. Ҡышын дәрестән һуң бөтә бала-саға саф һауаға ынтыла, һәр береһенеңүҙ саңғыһы бар икән. Ауыл балаларының иңҙур өҫтөнлөгө тап шулай иркенләп тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙер ҙә. Ҡыш саңғы йә санала шыуыу, йәйен ҡолас ташлап йылға-күлдә йөҙөү, емеш-еләк йыйыу ҡала кешеһе өсөн хыял ғына. Һәр хәлдә ауылда бала саҡтың бәхетле минуттары оҙағыраҡ та, күңеллерәк тә, ҡәҙерлерәк тә.
Шулай ҙа мәктәптең төп проблемаларының береһе – киләһе уҡыу йылында балаларҙың аҙ буласағы — халыҡты борсомай ҡалмайҙыр. Быйыл беренсе класта биш уҡыусы белем алһа, киләһе уҡыу йылына йәнә туғыҙ бала партаға ултырасаҡ. Артабан был һандыңҡырҡа кәмейәсәге бәхәсһеҙ. Тимәк, мәктәпкә ябылыу хәүефе янай.
— Ауылда йәштәргә төпләнеүөсөн мөмкинлектәр аҙ, — ти Эльвира Хәбибулла ҡыҙы. – Иңҡыҙғанысы – эш юҡ. Мәктәбебеҙ заман талаптарына яуап бирә, компьютер класы бар, Интернет эшләй. Мәктәп яны участкаһында үҙебеҙгә етерлек йәшелсәүҫтереп алабыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙа район олимпиадаларында даими ҡатнашып, төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа призлы урын яулай. Әммә балалар һаны йылдан-йыл аҙая.
Уҡытыусылар коллективының уртаса йәше – 40, барыһы ла тиерлек юғары белемле. Сара Булатова менән Мөсәлиә Зәйтүнова "Башҡортостандың мәғариф отличнигы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.

Аһылай йәшәүгә ҡулай  Борсоған мәсьәләләрҙе кем хәл итер?
— Төпкөл ауылдарға хас проблемалар Аһылайға ла ят түгел. Иң тәүҙә юлдарҙың насар булыуын әйтеп үтер инем, — тине ауыл Советы депутаты Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов. – Нисәмә йыл күтәрһәк тә, был киҫкен мәсьәләһаман асыҡҡала килә. Урамдарға ҡырсынташ түшәгәндә лә яҡшы булыр ине. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2011 йылдыңғинуар айында Аһылайға килгән ваҡытта район хакимиәте, ауылға газ индереләсәк, тип вәғәҙә биргәйне. Әлегә тиклем “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу буйынса эш башланмаған. Беҙҙән 8 километр алыҫлыҡтағы Рәхмәт менән Яйҡарға газ торбалары һуҙыла, Аһылай был юлы ла ситтәҡала.
Депутаттыңһүҙҙәренә ауыл старостаһы Әхтәм Шакиров та ҡушылды.
— Ауылдың матурлығы һәм төҙөклөгөөсөн ошонда йәшәүселәр яуаплы, — ти Әхтәм Нәғимйән улы. – Ситтән бер кемдең дә килеп беҙгә ярҙам итмәҫе билдәле. Шуға күрәһәр эште ауылдаштар менән бергәләп атҡарырға тырышабыҙ. Яҙ көнө күмәкләшеп тирә-яҡты, күлдәребеҙҙе сүп-сарҙан таҙартабыҙ, йылға буйҙарын нығытабыҙ. Төрлө байрам, осрашыуҙарҙы аһылайҙар юғары кимәлдәүткәрә. Мәҫәлән, “Ауыл көнө” байрамы матур йолаға әйләнде. Һәр ара үҙ тирмәһен ҡороп, аш-һыу әҙерләй, йыр-бейеү менән сығыш яһай.
Әлбиттә, бер кемдең дәүҙ ауылын насар яҡтан телгә алғыһы килмәй, әммә күңелде төшөргән мәсьәләләрҙе лә телгә алмай булмай.
Элек “перспективаһыҙ”ҙар рәтенә индерелгән ауылдарға ла, бөгөн "төпкөл" тип аталғандарҙың барыһына ла бер күренеш хас: улар һаман да үгәй бала хәлендә. Был Әбйәлил районына ғына түгел, ә тотош республикаға хас, һәр хәлдәүҙем йыш йөрөгән Көньяҡ Урал райондарын күҙ уңында тотоп әйтәм. Төпкөлдә йәшәүселәр ситтән иғтибарға өмөт итмәй һәүетемсә генә донъя көтә. Юҡҡа ғына "Аһылай йәшәүгәҡулай" тигән баш ҡуйманым мәҡәләгә. Эш урындары булмауға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы етеш, матур йәшәй, үҙ тырышлығы менән балалар үҫтерә, йорт һала, мал аҫрай. Уңған килендәр йәй көндәрендә емеш-еләк, бәшмәк һатып, аҡ ризыҡтан аш-һыу әҙерләп, аҡса эшләһә, ғаилә башлыҡтары ишле мал-тыуарына етерлек бесән әҙерләүөсөн тырыша.
Ауыл халҡын күл буйына ял итергә килеүселәрҙең тәртипһеҙләнеп, тәбиғәтте бысратыуы, юҡҡа сығарыуы ныҡ борсой. Аһылайҙарҙы ауылдың киләсәге уйландыра: ата-бабалары бүләк иткән мөғжизәле ер-һыу бар тулылығында киләсәк быуынға барып етерме?!
Ауылдағы иң оло кешеләрҙең береһе Ғәлемырҙа Шәғәлин ғүмер буйы колхозда, малсылыҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Бөгөн ул яңғыҙы йәшәй, ҡарсығы күптән инде гүр эйәһе. Балалары көн һайын килеп, аталарының хәлен белешеп тора. Олатай әле шәп, зиһене теүәл, хатта һарыҡ аҫрай, ҡош-ҡорт көтә. Аҡһаҡалды медпункттың бикле тороуы, фельдшерҙың юҡлығы хафаға һала. “Бер укол һалдырыу, дарыу алыу өсөн Байымға йәки Асҡарға барыу оло кешеләргә еңелдән түгел. Фельдшерҙың булмауы бәлә", — ти ул.
Әлбиттә, күптәрҙе борсой был проблема. Күрше Байым ауылындағы участка дауаханаһын көндөҙгө стационар ғына итеп ҡалдырыуға ла ауыл халҡы риза түгел.
Ҡулайлаштырыуға һылтанып, кешеләр һаулығын ҡайғыртмауҙарын, бигерәк тә бөгөн, “Ауыл табибы” кеүек программалар тормошҡа ашырылған мәлдә, бындай ҡапма-ҡаршылыҡтар булыуын аңлауы ауыр.

Аһылай йәшәүгә ҡулай  Сабыйҙар — тормош мәғәнәһе
Һирәкләп булһа ла, Аһылайҙа сабыйҙар тыуып донъяға ауаз һала. Шундай йәш ғаиләләрҙең береһе – Зөлфиә менән Илгизәр Ғиниәтуллиндар. 2004 йылда барлыҡҡа килгән был ғаиләөр-яңы йорт төҙөп сыҡҡан, биш балаға ғүмер биргән. Иң бәләкәстәре Сәлимәгә ни бары өс ай ғына булһа, Зөлфәр менән Һәҙиә быйыл беренсе класҡа уҡырға барған. Ғәҙелгә — биш, Мәхмүткәөс йәш. Ғаилә башлығы күпләп мал тота, шәхси йөк машинаһы менән ауылдаштарына утын, бесән ташый.
Күптән түгел Ғәлиә менән Хәлим Ғайсиндарҙың да, ғаиләһенә йәм өҫтәп, малайҙары тыуған. Тимәк, ауылда төпләнергә теләүселәр юҡ түгел. Йәштәр атай нигеҙен ташлап ситкә китмәҫ ине лә, тик эш булмау уларҙы тыуған еренән айырылырға мәжбүр итә.

Алға ҡарап йәшәйҙәр
Шуныһы ҡыуаныслы: ниһайәт, төҙөлөш өсөн яңы ер майҙаны бүленгән, тимәк, ауылда йорт һалыусылар һаны киләсәктә артыуы мөмкин.
Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙың йәнә бер проблемаһы — янғын һүндереү машинаһының ваҡытында килеп етмәүе. Шул сәбәпле, утта кеше ғүмерҙәре өҙөлгән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Аһылай халҡы үҙ башланғысы менән ирекле янғын һүндереү командаһы төҙөгән. Ильяс, Нурислам, Әнсәр Кәримовтар, Әхтәм Шакиров, Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов үҙ иңенә алған был мөһим бурысты. Һуңғы ваҡытта ғына ирекле янғын һүндереүселәрҙең тиҙһәм тәүәккәл эш итеүе арҡаһында ауылда сыҡҡан дүрт янғын йәһәт һүндерелгән.
Бында үҙ эшен асыусылар күп түгел, шулай ҙа Әсхәл һәм Ҡадир Ғайсиндарҙың шәхси автобус маршруттары асыуын әйтмәйенсә булмаҫ. Һуңғы ваҡытта район үҙәгенән йыраҡ ауылдарға автобус йөрөтөүҙән килем юҡ, пассажирҙар аҙ тигән һылтау менән күпселек маршруттар ҡыҫҡартылғайны бит. Әсхәл Ғайсиндың Аһылай – Асҡар, Аһылай – Магнитогорск йүнәлешендәге автобус рейстары көн һайын иртәнге 8-ҙәҡуҙғалһа, Ҡадир Ғайсин Аһылай – Асҡар йүнәлешендә күрше Мораҡай, Яйҡар, Байым, Яңы Балапан, Иҫке Балапан ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерә.



Вернуться назад