һүҙ иркенең әһәмиәте нимәлә?02.05.2014
Май — сағыу байрамдарға ғына түгел, иҫтәлекле көндәргә лә бай ай. Шуларҙың береһе, журналистарға ҡағылғаны, 3 майҙағы Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнө. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан 1993 йылда иғлан ителгән, 1994 йылдан алып күп кенә илдәрҙә рәсми билдәләнә.


һүҙ иркенең әһәмиәте нимәлә?Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе:
— Матбуғат азатлығы тигәндә, иң элек шуны әйтер инем: азат булмаған матбуғат тураһында һүҙ алып барып та булмай. Йыш ҡына “ҡайһы бер баҫмаларға ҡыйыулыҡ етеңкерәмәй” тигәнерәк дәғүәләр белдерелә. Әммә халыҡтыңһүҙен, ҡырҡыу проблемаларҙы дәүләт кимәленә күтәреү йәки киң йәмәғәтселеккә ишеттереү журналистың оҫталығынан тора. Бер үк мәсьәләне төрлөсә яҡтыртырға мөмкин бит.
Был көндөң булдырылыуы, әлбиттә, һәйбәт. Элегерәк журналистарға өҫтән күрһәтмәләр күп килә ине, хәҙер был күренеш артыҡһиҙелмәй.
Мәскәүҙә йыл һайын үткәрелгән Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ултырышында һөнәри бурыстарын үтәгәндәһәләк булған ҡәләм оҫталары иҫкә алына. Ошо сарала Башҡортостан журналистарының исем-шәрифе яңғырамауы шатлыҡлы. Ә бына Дағстан – ғүмерҙәре ҡыйылған журналистар һаны буйынса беренсе урында.

һүҙ иркенең әһәмиәте нимәлә? Валентина ШАКИРОВА, “Бакалинские зори” гәзитенең баш мөхәррире:
— Матбуғат азатлығы көнө булдырылған икән, бик һәйбәт. Ул журналистар ойошмаларын да берләштерә, теләктәшлеккә иғтибарҙы ла арттыра. Ҡәләм оҫталары өҫтөнә ут яуып торған урында ғына түгел, әһәр ваҡыт тиерлек ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Минеңсә, улар ҙа алғы һыҙыҡта тора, сөнки асыҡлыҡ, ғәҙеллек һәм хаҡлыҡөсөн көрәшәләр. Ғөмүмән, журналист — дөрөҫлөктө эҙләүсе, халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы. Уларға ут эсендә, хәүефле урындарҙа эшләргә түгел, ә имен һәм тыныс тормошта ыңғай хәл-ваҡиғаларҙы ғына яҡтыртырға яҙһын.

һүҙ иркенең әһәмиәте нимәлә? Марсель СӘЛИМОВ, Башҡортостандың журналистика ветерандары союзы рәйесе:
— Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богдановтың “Матбуғат — йәмғиәттең күҙе һәм ҡолағы” тигән һүҙҙәренә “һәм теле лә” тип өҫтәр инем. Ни өсөн тигәндә, теге йәки был хәлде ишетеүһәм күреү генә аҙ, ул халыҡҡа һүҙ менән дә еткерелергә тейеш. Нисек бар шулай яҡтыртыу, ғәҙеллекте эҙләүһәм тәнҡит, билдәле, ҡайһы берәүҙәргә оҡшап етмәй. Шуға күрә улар журналистың ауыҙын ябырға тырыша. Улай ғына ла түгел, төрлөсә баҫым яһауға баралар, ғүмерҙәрен ҡыялар. Нисек кенә булмаһын, йәмғиәт журналистың хаҡһүҙен ишетергә тейеш. Шул яҡлап ҡарағанда, 3 май — Бөтә донъя матбуғат азатлығы, йәғни һүҙ ирке көнө — ҙур әһәмиәткә эйә. Әле Украинала эшләгән журналистар миҫалында был бигерәк тә асыҡ күренә.

һүҙ иркенең әһәмиәте нимәлә?Динә АРЫҪЛАНОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты:
— Ниндәй матбуғат, һүҙ азатлығы тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин? Күреп тораһығыҙ, Украинаның яңы законһыҙ власы бөтә Рәсәй каналдарын ябып, дөрөҫ мәғлүмәт бирергә тырышҡан гәзит-журналдарға йәшәүәмәлен ҡалдырманы. Ә Интернетта “таҙартыу” эше дауам итә. Күп гәзиттәрҙең сайты был илдә эшләмәй. Киев сәйәсәте менән риза булмағандарҙың ауыҙын тиҙ ябалар. Хатта Украина президентлығына кандидат Олег Царев та халыҡ мәнфәғәтен яҡлап һүҙәйткәне өсөн нисек ҡаты туҡмалды!
“Һүҙ азатлығы” программаһына ҡатнашырға китеп барған икенсе президентлыҡҡа кандидат Михаил Добкиндыңөҫтөнә он һибеп, “зеленка” ҡойоп, нисек мыҫҡылланылар! Шуныһы бик аяныслы: Украинаның матбуғат баҫмаларында һәм блогосферала был ҡырағайлыҡты хуплап, һөйөнөп ҡабул иттеләр. Рәсәй журналистарына ысын мәғәнәһендә “һунар” ойошторолдо.
Донъяла ҡот осҡос мәғлүмәт һуғышы барғанда матбуғат азатлығы төрлө төҫтәргә инә, һәр кем уны үҙ файҙаһына борорға тырыша. Үкенесле хәл.

һүҙ иркенең әһәмиәте нимәлә?Фирҙәүес ЮНЫСОВА, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфөғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре:
— Матбуғат үҙенең төп бурысын онотмаһын, баһаһын юғалтмаһын. Һәр журналист фекерен ҡыйыу итеп һәм асыҡтан-асыҡ еткерә алһын.

МинзиләҒАБДРАХМАНОВА
яҙып алды.


Вернуться назад