"Уңыш" МТС-ы менән "Колос-Агро" йәмғиәте беренселәрҙән булып агрегаттарын баҫыуға алып сыҡты. Игенселәр дым ҡаплатыуға тотондо. "Уңыш" МТС-ы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорыныңүҫемлекселек буйынса урынбаҫары Рәфис Миңлеғолов һөйләүенсә, быйыл хужалыҡтың сәсеүлеге 1500 гектар тәшкил итә.
– Тиҙ арала дым ҡаплатыу, яҙғы иген культураларын сәсеүөсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Техника көҙҙән үк әҙерләнде. Механизаторҙар бөтәһе лә тәжрибәле. Дым ҡаплатыуға өс агрегат йәлеп ителде. "Т-4" тракторында эшләүсе Исламғәли Тәйүпов артынан Владик Шәрәфетдиов менән Рәфис Әлимғолов та "Беларусь"тарын баҫыуға алып сыҡты. Эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Дым ҡаплатыуҙы тамамлағас, ужым культураларын тырмата башлаясаҡбыҙ. Әйткәндәй, быйыл ужым, бигерәк тә бойҙай (беҙ уны пар еренә сәстек) яҡшы ҡышланы, – ти Рәфис Ғәлиәхмәт улы.
Дөйөм алғанда, Әлшәй игенселәренә быйыл 95 мең гектарҙан ашыу сәсеүлек тура килә, шуның 33 мең гектары – игенгә, 20 мең гектары мал аҙығы культураларына тәғәйенләнгән. Техник культура сәсеүлектәре арттырыласаҡһәм яҡынса 24 мең гектар тәшкил итәсәк. Һәр ваҡыттағыса шәкәр сөгөлдөрөнәҙур майҙан бүленә.
Һәйбәт уңыш нигеҙе – сифатлы орлоҡһәм ашламаны һөҙөмтәле файҙаланыу. Быйылғы сәсеүгә 6964 тонна орлоҡһалынған.
Тиҙҙән башҡа хужалыҡтар ҙа баҫыу эштәренәҡушыласаҡ.