Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте02.05.2014
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Шишмә районының “Содружество” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Сәхәбетдинов Альфрид Миҙхәт улы II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнде, сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Скурко Евгения Романовнаға — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре”, һынлы сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзаһы, рәссам Тереғолов Айрат Рәүеф улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад