Их, шул торлаҡ...02.05.2014
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаны финанслауҙың дөйөм күләме 10,4 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Аҡсаның 3,1 миллиард һумы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан, 5,7 миллиарды — республика ҡаҙнаһынан, 1,1 миллиарды — муниципаль бюджеттарҙан, 0,43 миллиард һумы өҫтәмә финанслау сығанаҡтарынан бүленә. Программаның тәүге этабы — быйыл 31 декабргә тиклем, икенсеһе — киләһе йылдың 31 декабренәсә, өсөнсөһө — 2016 йылдың 31 декабренә тиклем, дүртенсе һәм бишенсе этаптары 2017 йылдың 1 сентябренәсәғәмәлгә ашырыла.
Тәүге этапта финанслау күләме 2,4 миллиард һум тәшкил итә. Был аҡсаға 315,8 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ төҙөүһәм һатып алыу, 275 мең квадрат метрҙы һүтеү, 20 меңдең ашыу кешене яңы фатирға күсереү күҙаллана. Программала Өфө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дүртөйлө, Яңауыл ҡалалары ҡатнаша.


Вернуться назад