Бөгөн айырым граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү – дәүләт сәйәсәтенеңөҫтөнлөклө йүнәлеше. Был йәһәттән Башҡортостанда һәр дүртенсе кеше ташлама менән файҙалана. Былтыр, мәҫәлән, ошо маҡсатҡа 14,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов сираттағы ултырышта ошо хаҡта һөйләне.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова контракт нигеҙендә айырым граждандарға адреслы ярҙам күрһәтеү проекты менән таныштырҙы. Туризм буйынса агентлыҡ етәксеһе Артем Колесников республиканың туристик ресурстарын әҙерләү хаҡында һөйләне. Был проект киләсәктә төбәктә ошо өлкәне үҫтереүгә, дөйөм мәғлүмәти база булдырыуға булышлыҡ итәсәк.