Ветерандарҙы ил башлығы ҡотлай02.05.2014
Еңеү көнө айҡанлы почтальондар Бөйөк Ватан һуғышының 3 миллионға яҡын ветеранына Рәсәй Президентыныңҡотлауын тапшыра. Тәүге тапҡыр бындай шәхси ҡотлау Ҡырым Республикаһында һәм Севастополдә йәшәгән яугирҙәргә лә еткерелә.

Төбәктәргә бындай хаттар барып еткән, әммәһуғыш ветерандарына һәм тыл эшсәндәренә уларҙы почтальондар 3 – 9 майҙа тарата.
Рәсәй Президентыныңҡотлауы адресаттарҙыңҡулына бирелә. Ветеран өйҙә юҡ икән, хат бер ай почта бүлексәһендәһаҡлана. Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре хаттарҙы ваҡытында тапшырыу, ветерандарҙың йәшәгән урынын асыҡлау йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк.
Федераль почта элемтәһенең
Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте.



Вернуться назад