Гәзит-журналдар ғүмеренә ҡурҡыныс янай02.05.2014
Гәзит-журналдар ғүмеренә ҡурҡыныс янай
Илдең бар төбәктәрендә лә тиерлек гәзит-журналдар, беҙҙәге кеүек үк, үҙ уҡыусыларына ваҡытында барып етмәй йәки ярты юлда юғала. Һөҙөмтәлә күптәр, оҙаҡҡа һуҙылған ошо йән көйҙөргөс күренештән тамам ялҡып, яратҡан баҫмаһы менән хушлашырға мәжбүр була. Бында кем ғәйепле? Хөкүмәтме, «Рәсәй почтаһы»мы, әллә барыһын да, ғәҙәттәгесә, баҙар иҡтисадына япһарайыҡмы?


Иҡтисади көрсөктән — рухи көрсөккә

Мәскәүҙәүткән «Рәсәйҙең сифатлы матбуғаты һәм уның артабанғы үҫеше» тип аталған эшлекле йыйында, шулай уҡ төбәктәрҙәге матбуғат саралары етәкселәренең сираттағы конференцияһында һүҙ башлыса ошо хаҡта барҙы. Ә бит илдең төрлө төбәгенән килгән 300-ҙән ашыу баш мөхәррир үҙҙәрен борсоған донъяуи проблемалар – журналистика мәсьәләләре, матбуғат баҫмалары эшен камиллаштырыу, уларҙы уҡымлыраҡ итеү юлдары – хаҡында фекер алышырға тейеш ине. Әммә, теш һыҙлағанда, аш ҡайғыһы юҡ тигәндәй, хәҙерге журналистар, төп эштәре менән булаһы урынға, бик күп ваҡытын матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуға сарыф итергә, ошо маҡсатта төрлө саралар уҙғарырға, ул ғына түгел, гәзит-журналды үҙҙәре үк… таратырға мәжбүр. Бына ниндәй аяныслы хәлгә тарыны бөгөн тотош ил матбуғаты.
Ә «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы (артабан – Почта) ни өсөн үҙ эшен тейешенсә башҡармай һуң? Ни өсөн матбуғат баҫмаларын сыҡҡан көнөндә түгел, ә ике-өс, хатта биш-алты көнгәһуңлатып тараталар? Сәбәп, әлбиттә, етди: илдең төп элемтә предприятиеһы гәзит-журналға яҙҙыртып һәм уларҙы таратып ҡына артыҡҙур табышҡа өмөтләнә алмай. Шуға күрә ләһәр төбәктәге почта бүлексәләрендә сауҙа ойошторолған: бында еңел сәнәғәт, көнкүреш әйберҙәре лә, аҙыҡ-түлек тә етерлек, магазиндарың ары торһон! Әлбиттә, Почта был эшкә аптыраған көндән тотонған – нисек тә осто-осҡа ялғарға кәрәк бит. Ләкин күпме генә тырышһалар ҙа, тармаҡта эш хөртәйгәндән-хөртәйә бара: почтальондарҙың хеҙмәт хаҡы уртаса 10-15 меңһум тирәһе тәшкил итә, ауылдарҙа уның яртыһы ла тәтемәй. Шуға күрәһәр ҡайҙа был өлкәлә эшләргә кеше таба алмай аҙапланалар. Хатта Мәскәүҙә 20-25 меңһумға матбуғат баҫмаларын таратырға теләк белдереүселәр юҡ дәрәжәһендә. Һөҙөмтәлә, почтальон булмағас, ҡалаламы, ауылдамы – гәзит-журнал тәғәйен өйгә ваҡытында килтереп еткерелмәй.
Республикабыҙҙа ла хәл тотош Рәсәйҙәге кеүек: эш хаҡы бик түбән, кадрҙар етешмәй, райондарҙа почта бүлексәләре ябыла… Дөрөҫ, «Рәсәй почтаһы» филиалы – Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы нисек тә эште яйға һалырға тырыша: почта бүлексәләре булмаған ауылдарға гәзит-журналды аҙнаһына бер нисә тапҡыр мобиль төркөм алып барып тарата. Әммә был алым күптәрҙе ҡәнәғәтләндермәй, «файҙа килтермәй» тигән һылтау менән ябылған почта бүлексәләрен ҡабаттан асырға кәрәк, тиеүселәр менән килешмәй булмай.
Эйе, илдең төп элемтә предприятиеһы бөгөн – көрсөктә. Хөкүмәт дотация биреүҙән баш тартҡас, «Рәсәй почтаһы» банкрот булып ҡалмаҫөсөн, 3 миллиард һумды гәзит һәм журнал уҡыусыларҙың елкәһенәһалып ҡуйырға булды ла инде. Һөҙөмтәлә матбуғатты таратыуға билдәләнгән яңы тарифтар баҫмаларға яҙылыу хаҡының бик ныҡ артыуына килтерҙе. Киләсәктә был предприятие акционерлаштырылһа, яңы етәкселәр – олигархтар – матбуғат баҫмаларын таратыуға бөтөнләй ҡул һелтәп ҡуймаҫмы?
Был осраҡта кемдер, гәзит-журналдың электрон версияһын уҡып та, уға яҙылып та була бит, тиер. Йыйындың эшен алып барған «Матбуғаттың алтын фонды»н ойоштороу комитеты рәйесе, «Журналист» нәшриәт йортоноң генераль директоры Геннадий Мальцев:
– Матбуғат мотлаҡҡағыҙ рәүешендә йәшәргә тейеш, – тип белдерҙе. – Гәзит-журналды Интернетта ла уҡырға була, тип фекер йөрөтөүселәр менән килешеп етмәйем. Хәҙерге көндә Рәсәй ауылдарының 38 процентында Интернет селтәре юҡ. Ә гәзит-журнал уҡыусыларҙың 53 проценты 50 йәштән өлкән кешеләр икәнлеген иҫәпкә алһаң, электрон матбуғат менән илде тиҙ арала тәьмин итеү мөмкин түгеллеген һәр кем аңлар. Хатта сит илдәр ҙәүҙ матбуғатын субсидиянан мәхрүм итмәй. Гәзит-журналдарҙы юҡҡа сығарыуға йүнәлтелгән сәйәсәтте кисекмәҫтән туҡтатырға кәрәк.

Гәзит-журналдар ғүмеренә ҡурҡыныс янайКремль аһ-зарҙы ишетмәй

«Рәсәй почтаһы»ның, алдан кәңәш-төңәш итмәйенсә, үҙ белдеге менән матбуғатты таратыуға хаҡты ҡырҡа арттырыуы гәзит һәм журнал редакцияларын аптыратты ғына түгел, ә шаңҡытты! Ошо сетерекле мәсьәлә айҡанлы илдең бер төркөм нәшерселәре һәм баш мөхәррирҙәре апрель башында Рәсәй Президенты Владимир Путинға асыҡ хат менән дә мөрәжәғәт итеп ҡарағайны, ләкин уларҙың аһ-зарын Кремлдә ишетеүсе булманы. 17 апрелдә, халыҡ менән «тура бәйләнеш» уҙғарған көндә, ил башлығыныңүҙенә шылтыратайыҡ, тип сығыш яһаусылар ҙа булды, һөҙөмтәлә тәнәфестә тиҙ генә видеомөрәжәғәт әҙерләнде. Ләкин баш мөхәррирҙәрҙеңүтенесе «тура бәйләнеш»кәүтеп керә алманы…
Йыйында артабан сығыш яһаған Рәсәйҙең Журналистар союзы секретары В.В. Балдицын да, башҡалар ҙа, Хөкүмәттән «Рәсәй почтаһы» өсөн субсидия талап итеүҙе туҡтатырға ярамай, юғиһә ил төбәктәрендәге бик күп типографиялар ябыласаҡ, гәзит-журналдар нәшер ителмәйәсәк, бихисап журналист һәм хеҙмәткәр эшһеҙ тороп ҡаласаҡ, тине.
Киң мәғлүмәт сараларына ҡарата Почта тарафынан ҡылынған «этлек» ил Хөкүмәтен артыҡ борсомай, ахыры. Миллиардлаған аҡса Сочиҙа Олимпиада объекттары төҙөүгә лә, Уйындарҙы уҙғарыуға ла, хатта «кеҫә»гәһалырға ла етте бит. Хатта бар донъяны хайран ҡалдырҙыҡ! Рәсәй ҡаҙнаһынан аҡса башҡа сығымдарға ла һыу кеүек ағып тора. Ә бына халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҡоралы булған гәзит-журналдарҙы ҡотҡарыу, уларҙың ябылыуына юл ҡуймау өсөн әлегә теләк тә, финанс мөмкинлеге лә юҡ. Хәйер, Президент йәки Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау мәле етһә генә гәзиттәр ҙә, халыҡ та ил түрәләренең хәтеренә төшә… Йыйында сығыш яһаусыларҙың күбеһе ошо фекерҙе ҡабатланы.
– Матбуғат баҫмаларын үҙ ваҡытында уҡыусыларға еткереү йылдан-йыл ауырлаша бара, – тине үҙ сығышында Матбуғат продукцияһын таратыу ассоциацияһының идара рәйесе А.В. Оськин. – Монополисҡа әүерелгән «Рәсәй почтаһы» эше менән күптәр риза түгел. Уның эшмәкәрлеген кисекмәҫтән яйға һалырға кәрәк. Юғиһә ил халҡы гәзит-журналдарһыҙ тороп ҡаласаҡ. Айырыуса төбәк һәм район гәзиттәренә ауыр буласаҡ. Әле йыл да тиҫтәләгән баҫма ябыла. Власть, ниһайәт, матбуғатҡа йөҙө менән боролһон ине. Нисек кенә булмаһын, беҙ шуны аңларға тейешбеҙ: 1 апрелдән һуң ил матбуғаты тарихында коммерцияға нигеҙләнгән икенсе тормош башланды – бынан ары һәр баҫма үҙ көнөн үҙе күрергә тейеш. Ошоно онотмаһаҡ ине.
«АРС-Пресс»тың башҡарма директоры С.Б. Дубинская иһә: «Был шарттарҙа һис тәҡул ҡаушырып ултырырға ярамай, гәзит-журналдарҙың юҡҡа сығыуы ҡот осҡос хәл буласаҡ. Шуныңөсөн илдеңһәр төбәгендә матбуғат вәкилдәре власть органдарына туҡтауһыҙ мөрәжәғәт итһен, урындарҙағы Журналистар союздары һәм йәмәғәт ойошмалары ла тейешле даирәләргәүҙ тауышын һәм талабын еткерһен ине», – тине.
Бер ҡараһаң, сәйер хәл тыуҙы йыйында: ил матбуғаты вәкилдәре “Рәсәй почтаһы”на ярҙам итеү кәрәклеге тураһында һүҙ алып бара, ә уның етәкселеге, ошо дөйөм ҡорҙа ҡатнашаһы урынға, үҙ кабинетында ултыра.
Гәзит-журналдарҙы таратыуға хаҡтың ныҡ артыуы матбуғат баҫмаларына альтернатив шарттарҙа яҙылыу һәм уларҙы илтеп биреү эшен йәнләндерергә тейеш. Был йәһәттән Мәскәү, Воронеж, Силәбе өлкәләрендәһәйбәт тәжрибә тупланған. Беҙҙә лә, атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Октябрьскийҙа ошо ысул әүҙем ҡулланыла, йәғни был ҡалаларҙағы редакциялар, халыҡта бары тик ризаһыҙлыҡ тыуҙырған, мулыраҡ «ҡалъя» эләктерергә генә күнеккән почта хеҙмәтенән баш тартып, гәзиттәрен үҙ көстәре менән тарата. Һөҙөмтәме? Иң мөһиме – баҫма уҡыусыға үҙ ваҡытында барып етә, элекке кеүек халыҡ бер нисә көн буйы почта килгәнен тилмереп көтөп ятмай. Әлбиттә, үҙенә хас булмаған эш менән шөғөлләнеүһәр редакция өсөн дә бик отошло түгел. Ә башҡаса ни ҡылмаҡ кәрәк?!

Милли баҫмаларҙы нисек һаҡлап ҡалырға?

Йыйында халыҡтың мәғлүмәткә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүөсөн шарттар тыуҙырыуҙа төбәктәрҙәге власть органдарыныңәһәмиәте тураһында сығыш яһаған БашҡортостандыңМатбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Рәсәйҙә иң күп гәзит-журнал уҡыған төбәк булараҡ дан алған республика халҡы ла 1 апрель «шаяртыу»ын аңлап етмәне, тине.
– Матбуғат, айырыуса милли баҫмалар, дәүләт дотацияһынан тыш йәшәй алмай, – тип билдәләне ул артабан. – Ә бит 3 миллиард һум – Рәсәй ҡаҙнаһы өсөн диңгеҙҙәге бер тамсы ғына. Гәзит-журналға яҙылыу хаҡын ҡырҡа арттырып, беҙ халыҡты ил Конституцияһында тәҡрарланған хоҡуҡтарынан, йәғни мәғлүмәт алыуға мөмкинлегенән мәхрүм итәбеҙ.
Әйткәндәй, оло йыйында милли матбуғаттың хәле һәм киләсәге тураһында Борис Мелкоедовтан башҡа бер кем дә борсолоу белдермәне. Башҡорт, татар һәм бүтән милли баҫмаларҙы даими алдырған халыҡтың күпселек өлөшө ауыл ерендә йәшәй, тимәк, айырыуса улар ауыр хәлдәҡаласаҡ. Сөнки айырым ҡалаларҙа альтернатив таратыуҙы ойоштороу мөмкин булһа ла, был мәшәҡәтле эште ауылдарҙа атҡарыу бик ҡыйбатҡа төшөүе ихтимал.
Ғөмүмән, милли матбуғатҡа заман һынауҙарына ҡаршы тороу анһат түгел, аяуһыҙ баҙар иҡтисады шарттарында уның хәле йылдан-йыл хөртәйә бара. Мәҫәлән, «Башҡортостан»ға яҙылыу хаҡыныңүтәҡыйбат булыуы арҡаһында (төп индекс буйынса яҙылыу хаҡы тәүге алты айҙа 814 һум 92 тин булһа, икенсе ярты йыллыҡҡа иһә 1296 һум 6 тин тәшкил итә), ябай халыҡтың күп өлөшө, бик теләһә лә, гәзитебеҙгә яҙыла алмай. Ә хаҡтар йылдан-йыл арта бара: матбуғат баҫмаларына яҙылыу хаҡы ил буйынса 2007 йылдан 2013 йылға тиклем 80 процентҡа күтәрелгән! Сер түгел, подписка хаҡының байтаҡөлөшө Почта «кеҫәһе»нә инеп тора. Ә алыҫ ауылдарға гәзиттәрҙе алып барып таратыуҙыңүҙҡиммәте ҡалаларҙа ғына таралған баҫмаларҙыҡынан шаҡтай юғары икәнлеген дә онотмайыҡ.
Килеп тыуған хәл, беҙҙеңсә, йәнә бер тапҡыр милли матбуғатты һаҡлап ҡалыу һәм уны артабан үҫтереү программаһын эшләү зарурлығын иҫбатлай. Уны республикабыҙ түгел, ә ил Хөкүмәте ҡабул итһә генә, киләсәктә башҡорт, татар, сыуаш, удмурт һәм башҡа милли баҫмалар иркен тын алып ҡалыр, бары тик шул саҡта ғына Мәҙәниәт йылында Рәсәй күп милләтле халҡының рухи ихтыяжы тураһында хәстәрлек күрә, тип әйтеп булыр ине. Был программа, һис шикһеҙ, илдә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә ләҙур роль уйнаясаҡ. Һәр кемгә мәғлүм: матбуғат баҫмалары әүәлдән (Лениндың «Искра»һын булһа ла иҫкә төшөрөгөҙ) халыҡты туплау, бер маҡсатҡа әйҙәү функцияһын үтәй, был көс тап бөгөн, донъяла ижтимағи-сәйәси хәлдәр ҡуйырған бер мәлдә, айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.
Шайтан ғына өмөтһөҙ, ти. 24 апрелдә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Санкт-Петербургта уҙғарған I медиафорумда ил башлығы Владимир Путин «Ҡырым» телеканалы журналисы Ольга Бураченоктыңһорауына: «Барлыҡ киң мәғлүмәт саралары ла ҡануниәттә күҙҙә тотолған льготалар менән файҙалана ала», – тип яуап бирҙе. «Почта элемтәһен реформалау арҡаһында гәзиттәрҙе таратыу хаҡы байтаҡҡа артты, был айырыуса бәләкәй баҫмаларҙың уҡыусыларһыҙ тороп ҡалыуына килтереүе ихтимал» тигән дөйөм борсолоу айҡанлы ил Президенты: «Матбуғатҡа ярҙам итеү юлдары тураһында уйланырға тура килер», – тип вәғәҙәләне. Вәғәҙә – иман, тиҙәр. Хөкүмәтебеҙ матбуғатҡа ярҙам итерме, әллә уны ярҙан этерме – ваҡыт күрһәтер.


Вернуться назад