Өфөнөң 39-сы гимназияһы уҡыусылары өсөнсө сиректе ҙур шатлыҡ менән ҡаршыланы — туған уҡыу йорттарының элекке бинаһы тулыһынса яңыртылды.
Бында эштәр теүәл бер йыл элек башланғайны. Балалар был осорҙа белем усағының 5640 квадрат метр майҙанды биләгән өр-яңы төкәтмәһендә уҡыны. ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбен киңәйтеү тәү сиратта уҡыусыларҙың мәнфәғәттәренән сығып башҡарылды. Хәҙер, төп бина реконструкцияланғас, уларҙың барыһы ла беренсе сменала уҡыясаҡ, төрлө өҫтәмә дәрестәрҙә, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү мөмкинлеген аласаҡ. Барлыҡ төҙөлөш эштәре өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленгән.
— Баш ҡаланың 39-сы гимназияһы — төбәгебеҙҙең йөҙөн билдәләгән уҡыу йорттарының береһе, — тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. — Һәр саҡ алдынғылар рәтендә булған белем усағы, элекке йолаларына тоғро ҡалып, артабан да республикабыҙ мәнфәғәтенә тырышып хеҙмәт итер, тип ышанам.
Салауат Тәлғәт улы туған мәктәбенә яңы еңеүҙәр теләне, уҡыусыларҙы белемле, илһөйәр булып үҫергә саҡырҙы, уларға ҙур уңайлыҡтар тыуҙырған “3-сө төҙөлөш тресы” йәмғиәтенең төҙөүселәренә рәхмәт әйтте.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Ленин районы хакимиәте башлығы Владимир Нагорный һәм башҡа сығыш яһаусылар ҙа гимназия коллективын, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе матур байрам менән тәбрикләп, уҡыу йортоноң эшмәкәрлегендә ҙур уңыштар теләне. Уҡыусылар иһә өлкәндәрҙең ышанысын мотлаҡ аҡларға һүҙ бирҙе.
Дилбәр ИШМОРАТОВА