Ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләре Рима Ғаффан ҡыҙы менән Барый Әхмәтвәли улы Шәғәлиевтәр хаҡында алып бармаҡсымын һүҙемде. Тамырҙары Йөрәктау итәгенә һыйынып ултырған Ҡаранай ауылы менән бәйләнгән уларҙың. Бергә үҫкән, бер класта белем алған һәм артабан да ғүмер юлдары үрелеп барған был ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел. Әле улар Ҡаңны-Төркәй ауылында матур ғүмер кисерә.
Бала саҡтары ла, үҫмерлек осоро ла шул замандағы тиҫтерҙәренекенән айырылмай. Рима апай VIII класты тамамлағас, малсылыҡта эшләй башлай, Барый ағай, Дәүләкәндә механизатор һөнәре алып, тракторға ултыра. Бәләкәйҙән бер-береһен яҡшы белгән йәштәр 1960 йылда ғаилә ҡора. Икеһе лә һөнәрле булғас, донъя көтөүе ауыр тойолмай. Рима апайҙың балаҫ һуғыу оҫталығы ла булышлыҡ итә. Барый ағай ҙа яңынан-яңы һөнәр үҙләштерә: бухгалтерҙар курсын тамамлай, шоферлыҡҡа уҡый, электрик танытмаһы ала. Шуға ла Матросов исемендәге совхозда ниндәй эшкә тәғәйенләһәләр ҙә, һыр бирмәй. Электрик-моторист, бухгалтер, элемтә бүлеге начальнигы вазифаларын ҙур яуаплылыҡ тойоп атҡара.
Хеҙмәт стажының ике тиҫтәнән ашыу йылы почта элемтәһе менән бәйле, хаҡлы ялға ла ул “Элемтә ветераны” тигән маҡтаулы исем менән сыҡты. Ошо осор эсендә әллә күпме маҡтау ҡағыҙы, рәхмәт хаттары, дипломдар менән бүләкләнде. Үҙ эшенең оҫтаһы күкрәген “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы биҙәй.
Рима Ғаффан ҡыҙы ла байтаҡ урында эшләй, иҫәп-хисапҡа оҫталығын күреп, сауҙа предприятиеһына саҡыралар. Ошондағы кассир һәм бухгалтер вазифаһындағы ун йылы һиҙелмәй үтә. Өфөлә уҡып ҡайтҡандан һуң, Бүздәк һаҡлыҡ банкыһының Ҡаңны-Төркәйҙәге филиалында контролер булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Уның да бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары хеҙмәтен намыҫлы атҡарыуын раҫлай.
Был ғаилә биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Төп эштәренә лә өлгөрҙөләр, төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таптылар. Ҡура тултырып мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, ең һыҙғанып эшләгәндә генә етеш тормошта йәшәргә, донъяңды бөтөн итергә мөмкин икәнлеген балаларына үҙ миҫалында күрһәттеләр.
Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән тигәндәй, ҡыҙҙары Розалия — почта бүлексәһе начальнигы, атаһы хаҡлы ялға сыҡҡандан алып уның эшен дауам итә. Улдары Ғәли — ауыл хакимиәте башлығы, Илнур һәм Ринат ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдары ваҡытһыҙ баҡыйлыҡҡа күсте.
Әле Рима апай менән Барый ағай дүрт балаһы һәм ун бер ейән-ейәнсәре солғанышында бәхетле ғүмер кисерә. Икеһе лә һаман тынғыһыҙ һәм ныҡышмал. Урам байрамдарында “Өлгөлө йорт”, “Иң матур ихата”, “Иң матур сәскә үҫтереүсе” тигән номинацияларҙа улар еңә. Олоғайҙыҡ тип тормайҙар, йәмәғәт эштәрендә теләп ҡатнашыуҙарын дауам итәләр. Мәҫәлән, Рима Ғаффан ҡыҙы – “Заһиҙә” фольклор ансамбле ағзаһы, моңло тауышы менән концерттарҙы биҙәй, шиғыр һөйләргә ярата, ҡул эштәренә оҫталығы менән дә һоҡландыра.
Барый Әхмәтвәли улы иһә күберәк ил-көн хәстәре менән мәшғүл. Ауылда иман йорто асылыуҙа ла уның тырышлығы ҙур булды. Үҙе кеүек әүҙем ауылдаштары менән бергә зыяратты кәртәләп, күперҙәрҙе төҙәтеп тә өлгөрә. Әйткәндәй, Шәғәлиевтәр, бер нисә йыл рәттән ҡорбан салып, Ҡорбан байрамында бөтә халыҡты һыйланы. Был йәһәттән һәр саҡ өлгө күрһәтәләр. Быйыл икеһе лә 75 йәшен билдәләй, ғөмүмән, дәртләнеп донъя көтә ауылыбыҙҙың абруйлы ғаиләһе.