“Почтаға инәлмәйбеҙ...”30.04.2014
Республикабыҙҙың ҡала һәм район гәзиттәре мөхәррирҙәре ҡатнашлығында баҫманы гәзит уҡыусыларға үҙаллы ташыу мәсьәләләренә арналған күсмә кәңәшмәнең нәҡ Туймазыла ойошторолоуы осраҡлы түгел. Ҡалала нәшер ителгән "Туймазинский вестник" редакция-нәшриәт комплексы – үҙҙәренең баҫмаһын таратыу тәңгәлендә күптәргә өлгө. Ултырышты Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов алып барҙы.

– Быға тиклем республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәрен йыйып, ошо турала кәңәшләштек, – тине Борис Николаевич. – Ниндәй ҙә үҙгәреш килеп сыҡҡанда, һүҙ ҙә юҡ, фекер айырмалығы күҙәтелә, төрлө ҡараш барлыҡҡа килеүсән.
Хәбәр ителеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте "Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһына гәзит-журналдарҙы ташыуға субсидия бүлеүҙе туҡтатты. Шул сәбәпле 2014 йылдың икенсе яртыһына барлыҡ баҫмаларға ла яҙылыу хаҡтары шаҡтай күтәрелде.
Борис Мелкоедов, халыҡ араһында төплө аңлатыу эше алып барыу кәрәклеген билдәләп, ауыл хәбәрселәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға өндәне, матбуғатты рекламалауҙы киң йәйелдереүгә, электрон версияға яҙылыуҙың өҫтөнлөгөнә баҫым яһаны.
Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтарының үҫеүендә, әлбиттә, почтаны ғәйепләргә ярамай, ул — беҙҙең таяныс, киреһенсә, хеҙмәттәшлекте нығытырға кәрәк. Агентлыҡ етәксеһе ошо хаҡта тәфсирләп аңлатты.
"Туймазинский вестник" гәзитенең директоры-баш мөхәррире Гөлназ Ермохина үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Баҡтиһәң, үҙенсәлекле һәм файҙалы эш алымына улар күптән күскән. Был маҡсатта 18 почтальонды – таратыу, тағы ла дүртәүҙе гәзитте кәштәләргә бүлеп һалыу өсөн йәлеп иткәндәр. Уларҙың эш хаҡы менән дә ҡыҙыҡһынды сарала ҡатнашыусылар. Араларында пенсионерҙар байтаҡ икән, әүҙем тормош алып барған кешеләрҙе эҙләп тапҡандар, кемдеңдер төп эш урыны бар. Аҙнаһына дүрт кенә көн дүртәр сәғәт эшләйҙәр.
Түләү түбәндәгесә: өс мең ярым һум – иң әҙ эш хаҡы алыусыныҡы, бүтәндәрҙеке ун мең һумдан аша. Хеҙмәткә түләү эш күләменә ҡарап билдәләнә. Сағыштырыу өсөн: әгәр почта бер гәзитте таратыуға 1 һум 57 тин түләһә, редакция – 77 — 97 тин генә.
Был осраҡта ышаныслы техниканың булыуы тәүшарт, ул мәсьәлә лә көйләнгән. Ҡала бер нисә кварталға бүленгән, водитель кис терәк йәшниктәргә гәзитте һалып китә, ә почтальон уны иртәнсәк ала ла тарата. Ауылдарҙа курьер төргәкте, әлбиттә, почта бүлексәһенә, бынан тыш, ауыл хакимиәте бинаһына, клубҡа йәки магазинға ҡалдыра, үҙ сиратында почтальондар уны көтөп тора. Ҡалала водитель эшен бер сәғәт эсендә тамамлаһа, ауылдарға юлланғаны редакцияға төшкә кире урап ҡайта.
Октябрьскийҙа ла эш көйлө бара.
— Беҙ ҙә "Рәсәй почта"һы менән хеҙмәттәшлек итмәйбеҙ, – тине "Октябрьский нефтяник" гәзитенең директоры-баш мөхәррире Анна Москалец. – Матбуғатҡа яҙҙырыуҙы ойоштороғоҙ, гәзитебеҙҙе ташығыҙ тип инәлмәйбеҙ, бындай хеҙмәттән баш тартыуға быйыл һигеҙ йыл тула. Подписка хаҡын өс йыл рәттән бер кимәлдә тотабыҙ. Кем баҫмаға тотош бер йылға яҙыла, ундайҙар ҙур ташлама менән файҙалана. Теләгәндәргә һәр айҙың беренән, унынан һәм егермеһенән яҙылыу мөмкинлеге бар.
Редакция етәкселеге 32 агентты эшкә алған, улар 30 участкаға бүленгән ҡалала гәзит таратыу менән мәшғүл.
Кәңәшмәлә шулай уҡ "Красное знамя" гәзитенең директоры-баш мөхәррире Людмила Сабитова һәм "Стәрлетамаҡ-матбуғат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең коммерция директоры Виктор Дятлов сығыш яһаны.
Ҡорҙан төрлө уйҙар менән таралыштыҡ. Киләсәктә беҙҙе нимә көтә? Тиражды лайыҡлы кимәлдә тота алырбыҙмы? Гәзит уҡыусыларҙы нисек йәлеп итергә? Бәлки, электрон гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороуға баҫым яһарғалыр? Әммә, нисек кенә булмаһын, был мәсьәләләр кисекмәҫтән хәл ителергә тейеш.



Вернуться назад