Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте30.04.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре — "Төньяҡ" линиялы кабель цехы кабелсе- йәбештереүсеһе Горбунов Андрей Владимирович, баш метролог урынбаҫары Комаров Владимир Владимирович, Стәрлетамаҡ район-ара электр элемтә узелы инженеры Клюкин Игорь Николаевич, финанс-иҡтисад идаралығы начальнигы урынбаҫары Маврина Елена Александровна, мәғлүмәт системаларын файҙаланыу бүлегенең төп инженеры Хәмитов Раил Алик улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия Рус драма театры артисы Гриньков Валерий Даниловичҡа — "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы", Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Йәнсурина Роза Даян ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре", Рәсәй Рәссамдар союзының төбәк бүлексәһе ағзаһы, декоратив-ҡулланма сәнғәт рәссамы Николаев Виталий Квинтильяновичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы", Өфө дәүләт циркының артисы Терещенко Евгений Ивановичҡа, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Шәрәфуллин Фирдүс Хәнәфи улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы", урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы Әхмәтшина Лилиә Әхмәтзыя ҡыҙына, Туймазы дәүләт татар драма театры директоры Ғәбиҙуллин Фирҙәт Фәрит улына, Өфө ҡалаһының Дим районындағы 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары Леонова Әлмира Мансаф ҡыҙына, Ҡыйғы районындағы Ҡыйғы биләмә-ара китапханаһының баш китапханасыһы Мирғәлина Гүзәлиә Ришат ҡыҙына, урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы Сафин Миңлевәли Карам улына, Күмертау ҡалаһындағы "Рассвет" мәҙәниәт йортоноң түңәрәк етәксеһе Ставер Римма Васильевнаға, Балтас районындағы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Хәсәнова Раушания Рафаил ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре", Стәрлетамаҡ төҙөлөш машиналары заводының етештереү буйынса директоры Гусев Михаил Дмитриевичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе", "Башнефтегеофизика" йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Әлмөхәмәтов Алмас Әхмәтсафа улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе", Башҡортостан сода компанияһының инженер-технологы Симаков Виктор Михайловичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы", Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты директоры Мөфтиев Ғамил Ғәббәс улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре", Рәсәй Пенсия фондының Өфө ҡалаһы Дим районындағы идаралығы начальнигы урынбаҫары Ниғмәтйәнова Асия Фәнил ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре", Өфө ҡалаһындағы 33-сө олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Никулин Владимир Андреевичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре", Дүртөйлө районындағы "Коммунальник" предприятиеһы тракторсыһы Рәхимов Малик Ғәҙелгәрәй улына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад