Ағас ултыртылды, ҡойма рәтләнде...30.04.2014
Ер ҡарҙан әрселеү менән эргә-тирәне сүп-сарҙан таҙартыу йолаһы йәшәй. Мәҫәлән, Ейәнсура районында ла халыҡ өмәгә дәррәү сыҡты. Көрәк, тырма, һепертке кеүек кәрәкле эш ҡоралдарын ҡулдарына тотҡан уңғандар иртә менән урамда күренә башланы.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Йәдкәр Ханнанов белдереүенсә, электән килгән тәртипкә ярашлы, һәр ойошма үҙенә беркетелгән майҙанға тулыһынса яуап бирә, уны һәр саҡ йыйнаҡ тотоуға үҙ өлөшөн индерә.
Район үҙәге Иҫәнғол ауылындағы үҙәк урындарҙың береһе – Совет урамында эш бигерәк тә ҡыҙыу барҙы. Берәүҙәр иреп бөтмәгән ҡарҙы тирә-яҡҡа таратты, икенселәр газонды тырматты, бүтәндәр иһә аҡлау эштәре менән булды, соҡорло юлға таш түшәне. Ә йыйылған сүп-сар Иҫәнғол менән Таҙлар ауылдары араһында урынлашҡан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына түгелде. Ҡоймалар ҙа рәтләнде һәм яңыртылды, аллеяға, баҡсаға йәш үҫентеләр ултыртылды. Ауылдарын күркәмләндереүгә һәммәһе лә тос өлөш индерҙе.
"Өмәләрҙең кәрәге бармы, һәр биләмәне тәртипкә килтереү өсөн урам һепереүселәр эшкә алынған да инде?" тигәнерәк һүҙҙәрҙе ҡайһы бер кешеләрҙән йыш ишетергә мөмкин. Өмәләр кәрәк, улар дауам итергә тейеш. Кем әйтмешләй, тәртипкә ни етә!



Вернуться назад