Тарихыбыҙҙы өйрәнәйек18.01.2012
Илдә Рәсәй тарихы йылы иғлан ителде. Быға һеҙҙең ҡарашығыҙ ниндәй?

Әнүәр ӘСФӘНДИӘРОВ, тарихсы ғалим:
— Дмитрий Медведевтың был ҡарары бик урынлы, тип иҫәпләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙҙең йәштәрҙә илһөйәрлек хисе кәмегәндән-кәмей, ошо йүнәлештә тәрбиә бирелмәй тиерлек. Үҙебеҙҙең тарихты белергә, өйрәнергә, һығымталар яһарға һәм һабаҡ алырға тейешбеҙ. 1812 йылғы Ватан һуғышы ғына ла бит халҡыбыҙ тарихы өсөн шаҡтай әһәмиәтле. Әммә шуныһы ҡыҙғаныс: унда ҡатнашҡан күптәрҙең исемдәрен дә белмәйбеҙ. Ғалимдарға эҙләнеү, хәтирәләрҙе табыу һәм халыҡҡа еткереү бурысы ҡуйыла. Быйыл шулай уҡ һәйкәлдәр асыу, төрлө тарихи китаптар сығарыу, башҡорт батырҙарына арналған фильмдар төшөрөү кәрәк, тип иҫәпләйем.

Салауат ҠАСИМОВ, тарих фәндәре докторы, профессор:
— Йылдың республикабыҙ өсөн бик тә әһәмиәтле булырына ышанам. Бөгөн күптәр тарихыбыҙҙы белеп етмәй. Йәштәр араһында ҡыҙыҡһыныусылар һирәк. Бер нисә быуат элекке түгел, хатта XX быуат башында булған ваҡиғаларҙы ла яҡшылап белмәйбеҙ бит. Мәҫәлән, 1922 йылда, Кесе Башҡортостан менән Өфө губернаһы ҡушылып, Ҙур Башҡортостан барлыҡҡа килде. Шул саҡта беҙҙең тарихи биләмәнең ҙур ғына өлөштәре Татарстанға, Силәбе өлкәһенә һәм башҡа төбәктәргә күсте, һөҙөмтәлә йөҙәр меңләп башҡорт икенсе төбәк кешеһенә әйләнде. Ошоноң кеүек мәғлүмәттәрҙе белергә, өйрәнергә кәрәк.

Нурия КАМАЛОВА, хеҙмәткәр:
— Уңайһыҙ булһа ла, танырға мәжбүрмен: илебеҙ һәм республикабыҙ тарихын һәйбәт белмәйем. Әлбиттә, мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда дөйөм программаға ярашлы белем алдыҡ, әммә күп нәмә хәҙер онотолған. Һәр кем, һис шикһеҙ, үҙ халҡының тарихын һәйбәт белергә, унан ниндәй ҙә булһа һабаҡ алырға тейеш. Илдә Рәсәй тарихы йылы иғлан ителеүе тарихыбыҙҙы тәрәнерәк өйрәнергә яҡшы сәбәп булды.

Закир АЛЛАЯРОВ, пенсионер:
— Әлеге йылдан файҙа йәштәргә генә түгел, өлкәндәр өсөн дә булыр, тип уйлайым. Тарихыбыҙҙы белмәй тороп, киләсәк төҙөү мөмкин түгел. Ил кимәлендә тарих фәненә иғтибар артыуы ла яҡшы.
Башҡортостандың тарихы бай һәм һикәлтәле. Беҙҙең халыҡтың ауыр дәүерҙәрҙе нисек лайыҡлы кисереүе, яугир һәм ватансы булыуы, ниндәй шәхестәре менән ғорурланырға хаҡлы икәнлеге хаҡында белеү көнүҙәк булып ҡала.

Илнара ЗӘКИЕВА, уҡыусы:
— Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тарихты өйрәнәм һәм киләсәктә тарихсы булырға теләйем. Илдә быйыл мөһим ваҡиғаларҙың юбилейы көтөлә, уларҙың һәр береһендә тиерлек беҙҙең ата-бабалар ҡатнашҡан. Был хаҡта оноторға ярамай. 1812 йылғы Ватан һуғышында ирҙәре менән бергә яуға юлланған ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ишеткәс, улар өсөн бик ғорурландым. Ошо хаҡта нығыраҡ өйрәнергә, уларҙың исемдәрен, батырлыҡтарын асыҡларға теләйем.
Әлфиә ӘЙҮПОВА
әҙерләне.


Вернуться назад