Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 Май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 Май Еңеү көнө ял көндәре булып иҫәпләнә.
Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында 4 ғинуарҙағы ял көнө 2 майға күсерелде. Шулай итеп, Башҡортостанда 1, 2, 3, 4 һәм 9, 10, 11 май ял көндәре булып тора. Шаршамбы 30 апрелдә һәм кесе йома 8 майҙа эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Йыллыҡ төп һәм өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы байрам көндәре уның иҫәбенә инмәй.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау
министрлығының матбуғат хеҙмәте.