“Һеҙҙең өсөн был көндөң ҡиммәте нимәлә?”30.04.2014
Ринат БАЙГИЛДИН, Мәләүез районы:
— Бала саҡтан 1 Май байрамын яратам. Атай-әсәй менән демонстрацияға сыға инек. Улар миңә сағыу шарҙар, ҡыҙыл флаг тоттора ине. Атай елкәһенә ултыртһа, минән дә бәхетлерәк кеше юҡ! Ошо хәтирәләр бик ҡәҙерле. Йылдар үтеү менән байрамдың исеме үҙгәрҙе. Әммә уға ҡараш шул уҡ. Йыл да май байрамдарына ауылыма, атай-әсәйем эргәһенә ашығам. Йорт-ҡура тирәһен таҙалайбыҙ, бергәләп табынға йыйылабыҙ.

Әминә ШАКИРОВА, Хәйбулла районы:
— Был юлы миңә, тыуған яғыма ҡайтып, туғандарым, дуҫтарым менән аралашыу форсаты тейә. Алла бирһә, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында тәбиғәткә сығып күңел асырға ине. Көн аяҙ һәм ҡояшлы ғына булһын!
Тәбиғәт ҡосағында ял итеү дәрт өҫтәй, көс тупларға ярҙам итә. Шуға ла кешеләрҙең яҙ ҡояшы йылыта башлау менән урман-ҡырға ынтылыуы тәбиғи. Мин дә ошондай ялға иҫәп тотам.

Таһир ХӘЙБУЛЛИН, Өфө ҡалаһы:
— Был хәл бынан 32 йыл элек булғайны. Ҡатынымды дауаханаға оҙаттым. Үҙем иртән демонстрацияға сығыр алдынан бала табыу йортона шылтыраттым. Таңғы 6-ла улым тыуған! Был демонстрацияла минән дә бәхетле кеше булмағандыр. Шуға ла байрамды бына инде 32 йыл дауамында тик йылы хистәр менән көтөп алам.

Айгөл ЗАҺИТОВА, Дүртөйлө районы:
— Яҙ һәр ваҡыт яңырыуҙы, яңы көс барлыҡҡа килеүҙе, яҡшы яҡҡа үҙгәреште кәүҙәләндерә. Оло быуын вәкилдәре өсөн 1 Май — йәшлектәре, хеҙмәттәге ҡаҙаныштары, бөйөк төҙөлөштәр романтикаһы тураһында хәтирәләр ул. Йәштәр өсөн — яңы идеялар һәм ҡыйыу ҡарарҙар байрамы. Бәләкәй саҡтан таныш булған “Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!” лозунгыһының айырым ҡиммәте бар. Дөйөм фиҙакәр хеҙмәтебеҙ һәр беребеҙгә файҙа һәм именлек килтерһен.

Азамат МОСТАФИН, Архангел районы:
— Балалар ҡайтыр тип көтөп, дәртләнеп йөрөйбөҙ. 1 Май байрамында күмәкләп Инйәр буйына сығабыҙ.
Беҙҙең ғаилә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын ҡырҙа үткәреүҙе йола итеп алған. Гел генә шашлыҡ булмай инде, тәүҙә балыҡ ҡармаҡлап ял итһәк, һуңынан шуны бешереп ашап рәхәтләнәбеҙ. Әлбиттә, баҡса эштәре лә юҡ түгел, картуф ултыртырға иртә булһа ла, балалар бергә йыйылғанда һуған, кишер кеүек йәшелсәләрҙе сәсеп ҡалырға иҫәп тотам.
Л. НУРЕТДИНОВА яҙып алды.


Вернуться назад