Аллаһ Тәғәләнең ергә бүләге29.04.2014
Киң мәғлүмәт сараларында умарта ҡорттарын сит илдәргә һатыу тураһында хәбәрҙәр күренә, ишетелә башланы. Германиянан, АҠШ-тан тәҡдимдәр бар, имеш. Ошо хәбәрҙәрҙе ишетеп, йөрәк әрнеп китте. Бал ҡорттары, Аллаһ Тәғәләнең ергә бүләге булараҡ, Көньяҡ Уралда ныҡлы урын алған. Борон улар беҙҙең урмандарҙағы солоҡтарҙа йәшәгән. Ата-бабаларыбыҙ кешегә хеҙмәт иттереү, үҙҙәренә йәшәү өсөн уңайлыраҡ булһын тип умарталарға, дадандарға күсереп алған. Бал ҡорттары изге эшмәкәрлеге менән яуап биргән. Башҡорт солоғонан алынған үҙенсәлекле йән эйәләре йыйған бал — милли байлығыбыҙ ул. "Башҡорт балы" тигән төшөнсә хәҙер бөтә донъяға билдәле.

Бал ҡортоноң бөйөклөгө бөтә ғалимдарҙы, аҡыл эйәләрен, шағирҙарҙы илһамландыра. Дәүләт эшмәкәрҙәре лә битараф түгел. Башҡортостанда ул айырыуса үҙенсәлекле, сөнки беҙҙә тәбиғәт башҡа, үҫемлектәр донъяһы бай. Бал ҡорттарын сит илдәргә оҙатһаҡ та, улар беҙҙәге кеүек юғары сифатлы, тәмле бал бирмәйәсәк. Башҡорт балы тейешле кимәлдә башҡорт илендә генә етештерелергә мөмкин.
Бәлки, кемдер, балды ла милли үҙенсәлеккә ҡайтарып ҡалдыра, тип әйтер. Юҡ, һис тә улай түгел. Шундай бер риүәйәт йәшәй: Англиянан килгән эшем эйәләре беҙҙә етештерелгән ҡымыҙҙы тәмләгәс, бейәләр һатып алған һәм үҙҙәрендә лә ҡымыҙ бешергә тотонған, имеш. Ләкин башҡорт ҡымыҙы кеүек яҡшы эсемлек килеп сыҡмаған. Баҡһаң, Англияла Башҡортостандағы кеүек ҡылған үләне юҡ икән. Ә ул ҡымыҙ йылҡыһы өсөн төп аҙыҡ булып тора. Күренеүенсә, башҡорт бал ҡорттары ла сит илдәрҙә үҙҙәрен ете ят итеп тоясаҡ. Беҙҙәге йүкә сәскәһе генә ни тора!
Солоҡтан эйәләшкән бал ҡорттары менән башҡорт бер-береһен яҡшы аңлаған, нәҙекәйбилдәрҙең аҡыллы булыуы тураһында бер ваҡиға күҙ алдына килә. Бер мәл ҡышын Шишмә районының Ҡуш-Ҡыуаҡ ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, орденлы яугир бажам Мәхмүт Йосоп улы Байбуринға ҡунаҡҡа барғайныҡ. Шулай сәй эсеп ултырабыҙ. Ундай ваҡытта бажамдың һәм хәрби шәфҡәт туташы булып һуғышта ҡатнашҡан Зәкиә апайҙың хәтирәләрен тыңлайым. Көтмәгәндә ҡайҙандыр бал ҡорто осоп килеп сыҡты бит. Ул беҙҙең баш осонда әйләнә башланы. Бажа шунда:
— Сеүегеҙ, сеү! Был беҙгә ялыу менән осоп килгән, — тине. — Ишетәһегеҙме, безелдәүендә ыңғырашыу һиҙелә. Тимәк, баҙҙа нимәлер булған.
— Ә нимә булыуы мөмкин? — тип һораным.
— Баҙҙа ҡышлауға ҡуйған унлап дадан бар. Шуларҙың берәйһенә сысҡан-фәлән инеүе ихтимал. Бал ҡорто ярҙам һорап килгән бит, — тине лә бажа, бесәйҙе алып, баҙға төшөп китте.
Бесәйҙе кейәләргә килтереп, еҫкәтергә кереште. Уныһы бер дадан алдында туҡтаны ла, асыулы мырлап, кейәне тырнап алды.
— Әһә, — тине бажа, — теге саҡырылмаған ҡунаҡ бына ҡайҙа ултыра!
Мәхмүт бажа сысҡандан ҡотолоу әмәлен дә белә икән, бесәй менән икәүләшеп "эшкә" тотондолар. Һуңынан йорт хужаһы тышта ҡағынып, йыуынып алды ла сәй өҫтәле янына ултырҙы. Теге бал ҡорто тынысланып, өҫтәлдәге бал янына ҡунды.
— Рәхим ит, рәхим ит! — тине бажа, йылмайып.
Ошо ваҡиғаларҙы уйлап, ысын йөрәктән: "Башҡорт бал ҡорттары — милли байлыҡ, теймәгеҙ был хазинаға", — тип әйтке килә. Ул сауҙа әйбере түгел. Был изге йәндәрҙе тыуған илдәренән айырып, гонаһ алырға ярамай.



Вернуться назад