Үҙе лә эшләй, башҡаларҙы ла дәртләндерә29.04.2014
Үҙе лә эшләй,  башҡаларҙы ла дәртләндерә
"Грузин сәйе тәмле була, эсһәң башҡорт балы менән..." Ошондайыраҡ йыр була торғайны беҙ бәләкәй саҡта. Хәҙер, йылдар үткәс, грузин сәйенең сәйгүндәрҙә әҫәре лә булмаһа ла, башҡорт балы һәр тарафтан килтерелгән сәй менән дә шифалы булып ҡала. Бигерәк тә үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙа үҫкән мәтрүшкә тән-йәндәргә сихәт бирә. Бал — борон-борондан өҫтәлебеҙҙәге татлы ризыҡ ҡына түгел, күп ауырыуҙан дауа ла. Төп мәҙхиә нәҙекәйбилдәргә, әлбиттә. Шулай уҡ бал ҡорттары ише тынғылыҡ белмәгән хужаларға — умартасыларға. Ана, аҡ халатын элгән дә, битлек-селтәрен ҡаплап, күптән түгел генә ҡышҡы бинала, йәғни "омшанник"тағы умарталар араһында берәү ҡорттарҙың алдағы көндәрен хәстәрләй.

Фәрит Хәйруллин икән. Быйыл ғына 60-тан ашыу күсен ҡышлатҡан.
— Күҙ теймәһен, — ти хужа, — былай нисауа ғыналар...
Умартасыларға хас әйтелгән һүҙҙәр был. Ошо "нисауа" артында мәшәҡәтле көндәр, хыялый төндәр ята, ҡышҡы хәстәрлектәргә төрөнөп, мәшәҡәттәрҙең бик аҙы ғына артта ҡалған. Ҡалғаны — алда. Ҡышҡы хәстәрлек, тигәндән, Фәрит умарталарҙы — дадандарҙы — үҙе эшләй. Үҙенә генә түгел, ә ярҙамсыл кәсебе лә ошо уның. Ҡулдарынан бал ғына таммай, балтанан да осҡон сығара ала. Атаһының балаһы бит — Фәйзулла ағайҙан барыһына өйрәнә. Ә 90-сы йылдарҙа инде тәүге умартаһын үҙаллы ултырта.
— Күстәр һанын йөҙгә лә еткерергә мөмкин, арттырып ебәрергә лә, тик уларҙы бит матурлап тәрбиәләргә кәрәк. Эш һанда түгел, — ти умартасы.
Шулай шул, тип ризалашабыҙ: шәхси хужалығында мал-тыуары, ҡош-ҡорто бар, баҡсаһы ла. Мәктәптә балаларға дәрестәр ҙә алып барырға кәрәк. Ҡатыны Зөһрәнең дә мәшәҡәте баштан ашҡан. Мәктәп директоры ул. Барыһы ла аңлашыла: коллектив, дәрестәр, бөтмәҫ отчет, мәшәҡәттәр менән төрлө ерҙәргә сабыуҙар. Ләкин быларҙың береһе лә ҡатын-ҡыҙҙы — ир ҡатынын, әсәне — хужабикә тигән оло вазифанан азат итмәй. Ныҡлы терәк Зөһрә бар йәһәттән. БДУ-ла уҡыған улдары Салауат та, медицина юлын һайлаған Айһылыу ҙа һөйөндөрөп тора. Өсөнсөлә уҡыған Айгүзәл дә “бишле”ләр менән генә ҡыуандыра. Ата менән әсә өсөн ошолар — оло ҡыуаныс, йыуаныс.
Тырыш кешенән йылы, сағыу нур, дәрт бөркөлә бит ул. Күрешеп, һөйләшеп күп тә тормайһың, ошоноң остоғо һиңә лә күскәндәй. Ә зарланғандар эргәһендә торһаң, киреһенсә, һурылып китәһең. Фәриттең бөгөн ҡайнап йәшәүе, иртәгәһе өсөн ялҡын уйнатырлыҡ көс табыуы башҡаларҙы ла дәртләндерә, хеҙмәткә сәмләндерә. Нисек шулай тимәйһең инде, үткән йылдарҙа ғына омшанникта 100 умарта төҙөп ҡуйған, яңы дадандары балта-сүкеш аҫтынан сыҡҡан — күҙ нурын ала, тағы яһар өсөн йүкә, шыршы таҡталары кибә...
Афарин, тиһең дә уңыштар теләйһең...



Вернуться назад