Ҡайҙа үҙебеҙҙең таратыусылар?29.04.2014
Ҡайҙа үҙебеҙҙең  таратыусылар?
Рәсәйҙең почта хеҙмәте гәзит-журналға яҙылыу хаҡын саманан тыш күтәреп ебәрҙе. Төрлө тармаҡтағы ауырлыҡтарҙы ҡабул итә-итә, башты күндәм эйә-эйә ошо көнгә ҡалдыҡ түгелме? Гәзит-журнал алдырыу хаҡының ныҡ артып китеүе нимәгә бәйле? Уны кем арттыра?

Ябай почтальондарҙың эш хаҡын күтәреү маҡсатына ғына бәйле түгел был. Хәҙерге хаҡҡа яҙылырға һәр кемдең хәленән килмәйәсәк. Тимәк, иң әүәл милли матбуғаттың тиражы кәмейәсәк.
Был хәүеф төрлө уйға һала. Мәсьәлә “Рәсәй почтаһы”ның теләге буйынса бойомға ашырыла икән, ниңә әле “Башҡортостан-матбуғат” тигән альтернатив ойошмабыҙ юҡ? Милли гәзит-журналға яҙҙырыу һәм таратыу эшен республикала ойоштороп булмаймы ни? Почтальон, экспедитор булып эшләргә кеше юҡмы?
Беҙҙә бөгөн эшһеҙҙәр быуа быуырлыҡ. Шуларҙың йөҙләгәнен генә мин көн һайын, мәҫәлән, Өфөләге Минһажев менән 8 Март урамы киҫешкән мөйөштә күрәм. Көнө буйы эш көтә ул бахырҙар. Көн һайын!
Почта хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын беҙҙең иҫәпкә, йәғни ябай халыҡ кеҫәһенә нығыраҡ тығылып күтәрергә уйлайҙар икән, шуға риза булайыҡмы ни? Исмаһам, гәзит-журнал таратыуҙы ғына ла үҙебеҙ хәл итә алмайбыҙмы? Хәҙер бит почтальондар элеккесә сумкалап гәзит-журнал күтәреп йөрөмәй. Матбуғат баҫмаһы алдырыусылар бөгөн бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Әгәр инде республикала “Башҡортостан-матбуғат” ойошмаһын асып булмай икән, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәйек. Әлбиттә, үҙаллы почта хеҙмәте төҙөлһә, был эш юғары кимәлдә хәл ителер ине.
Ә былай хаҡты самаһыҙ күтәреүҙән милли баҫмаларҙың тиражы тағы ла кәмейәсәге, тимәк, матбуғаттың бөтөүгә дусар ителәсәге көн кеүек асыҡ.
Ҡәҙим АРАЛБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.


Вернуться назад