Ишембайҙар алдынғылыҡты бирмәй29.04.2014
Матбуғатҡа яҙылыу 1 апрелдән һәм 1 октябрҙән башлана тиеү дөрөҫ түгел, был эш йыл дауамында бара. Почтанан алынған мәғлүмәткә ярашлы, 22 апрелгә тиклем дуҫтарыбыҙҙың байтағы "Башҡортостан" гәзитенә яҙылып өлгөргән.

Әммә, дөйөм алғанда, был тәңгәлдә хәлдәр бигүк яҡшы тип әйтеп булмай. Әгәр икенсе ярты йыллыҡты һаман ҡайғыртмаған булһағыҙ, һеҙҙе почта бүлексәләрендә көтәләр.
Ишембай районы йылдың-йылы алдынғылыҡты бирмәй, әле лә барыһына өлгө күрһәтә – бында баҫмабыҙға 238 кеше яҙылып та ҡуйған. Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Илеш, Әлшәй, Борай райондарында ла “Башҡортостан”ға яҙылыу дәррәү бара. Ә башҡаларға уларҙан үрнәк алырға кәрәк.


Вернуться назад