Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы — һәр саҡта ла сәйәси кампания, халыҡтың рухи кимәленә һынау осоро булды һәм әле лә шулай. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ Хөкүмәтенең гәзит-журналдарға яҙылыуға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итеүе ошо хәлдең мөһимлеген раҫлап тора. Быйылғы икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу тураһында ла ошо көндәрҙә Хөкүмәттең 288-р һанлы Бойороғо ҡабул ителде. Ул түбәндәгеләрҙе күҙ уңында тота:
1. Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдарына 2014 йылдың икенсе яртыһына баҫма матбуғат сараларын, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары ойошторған ижтимағи-сәйәси гәзит һәм журналдарҙы предприятиеларға, учреждениеларға, ойошмаларға, тармаҡ китапханаларына, мәктәп учреждениеларына, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт йорттарына яҙҙырыуҙы ойошторорға.
2. Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәренә түбәндәгеләрҙе тәҡдим итергә:
* 2014 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу барышына контролде тәьмин итергә;
* редакцияларҙың ваҡытлы матбуғатты популярлаштырыу һәм матбуғатҡа яҙылыуҙы йәнләндереү буйынса эшенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә;
* 2014 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу барышы тураһында 2014 йылдың 30 июненә саҡлы һәр ун көн һайын Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына оператив мәғлүмәт биреп торорға.