Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров Өфөләге матбуғат конференцияһында шулай тип белдерҙе. Хәбәр итеүебеҙсә, республикабыҙҙың баш ҡалаһына быйыл 14 сентябрҙә бөтөн ил буйынса үткәреләсәк Берҙәм һайлау көнөнә әҙерлеккә арналған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн килгәйне.
Семинар-кәңәшмәгә Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан Башҡортостанға осраҡлы рәүештә генә йыйылманылар – республиканың Үҙәк һайлау комиссияһының эшмәкәрлеге, беҙҙәге һайлаусыларҙың һәр саҡ юғары әүҙемлек күрһәтеүе башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып тора.
— Мин Башҡортостанға килергә яратам, сөнки атайым ошонда тыуған, олатайым граждандар һуғышында Чапаев дивизияһында һуғышып йөрөгәндә һәләк булып ҡалған, — тине Владимир Чуров. — Семинарға килгәндә, беҙ Өфөлә ике көн буйы бик тығыҙ графикта эшләнек. Бөгөн иртәнге 9-ҙа башлағайныҡ, әле сәғәт көндөҙгө өс – төшкө ашты ла ашамағанбыҙ. Сираттағы “түңәрәк өҫтәл”де тамамлап ҡына өлгөргәйнек, залға һеҙ, журналистар, килеп тулдығыҙ...
Шулай ҙа ул матбуғат вәкилдәренең һәр һорауына ентекле яуап бирҙе. “Башҡортостан” гәзитенең: “Һайлау бюллетенендәге “Бөтәһенә лә ҡаршы” тигән графаны алып ташлауҙың ҡулай булыу-булмауы тураһындағы бәхәстәр әле лә тынмай, кемдер бында үҙ хоҡуҡтарын сикләүҙе күрә, һеҙ был мәсьәлә буйынса нимә уйлайһығыҙ?” – тигән һорауына яуап рәүешендә Мәскәү ҡунағы шулай тине: “Бер нәмә лә уйламайым, закондарҙы ғына үтәйем. Был графаны кире ҡайтарыу тураһында һүҙ бара былай. Тик ул ошо графаға бирелгән “тауыштарҙы” бүлгеләү буйынса бәхәстәр ҙә тыуҙыра бит, сөнки мандаттар һаны сикле. Муниципаль кимәлдәге һайлауҙарҙа ул үҙен аҡлар, бәлки, ә федераль кимәлдә — кәрәкмәй”.
Чуров әйтеүенсә, “Рәсәйҙең һайлау системаһында фальсификацияға юл ҡуйыла” тигән һүҙҙәр бөтөнләй ялған. “Беҙҙең системала бер ниндәй ҙә алдашыу юҡ!” – тип айырым баҫым яһап әйтте ул.
— Беҙҙең һайлау системаһында бер миллион ярым кеше эшләй, шуның 400 меңе сәйәси фирҡәләр тарафынан тәғәйенләнә. Шул хәтлем халыҡ фальсификатор була аламы ни?! – тине Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Уның белдереүенсә, Екатеринбург менән Новосибирск ҡалаларында ҡала мэры итеп КПРФ вәкилдәренең һайланыуы, яңы ғына Рәсәйгә ҡушылған Ҡырымда референдумдың бик ҙур әүҙемлек менән үтеүе беҙҙең һайлау системаһының намыҫлы һәм ғәҙел эшләүен күрһәтеп тора.
Быйыл көҙ үтәсәк һайлау кампанияһы ҡатмарлы ғына булмаҡсы, сөнки бында кандидаттар күп йыйыласаҡ, тип билдәләнде матбуғат конференцияһында. Элекке һайлауҙарҙан айырмалы рәүештә, исемле һайлау участкалары ла булдырыласаҡ. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, беҙҙең халыҡты, мәҫәлән, Муса Гәрәев, Миңлеғәле Шайморатов, Сергей Аксаков кеүек исемдәрҙең ылыҡтырыуы мөмкин. Исемле участкаларға иң яҡшы биналар һәм ҡорамалдар биреләсәк, юғары әҙерлекле комиссиялар эшләйәсәк, уларҙа ыңғай тәжрибәне күрһәткән фильмдар төшөрөү ҙә күҙ уңында тотола.