Илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе 18 меңдән ашыу йәш ғаилә 30 процентҡа осһоҙораҡ хаҡҡа фатир һатып аласаҡ йәки йорт төҙөйәсәк. Бының өсөн федераль бюджеттан 3,5 миллиард һум аҡса бүленгән.
Һүҙ Рәсәйҙә бер нисә йыл уңышлы эшләгән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы тураһында бара. Быйыл федераль ҡаҙнанан субсидиялар биреү тураһындағы бойороҡ проектын Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы әҙерләгән.
Һуңғы өс йылда 60 меңгә яҡын ғаилә өй туйлаған да инде. Был һан бөгөн, тотош илдә 10 миллионға яҡын кеше торлаҡҡа мохтаж булғанда, аҙ кеүек күренер. Әммә йәш ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамы ҙур этәргес буласаҡ. Әйткәндәй, программала һәр кем ҡатнаша алмай. Беренсенән, дәүләттән ярҙам алыу өсөн йәш ғаилә булырға һәм ҡатындың да, ирҙең дә йәше 35-тән үтмәҫкә тейеш. Бынан тыш, торлаҡҡа мохтаждар рәсми теркәү үтергә бурыслы. Әйткәндәй, Рәсәй Хөкүмәтенең тейешле ҡарары республика Хөкүмәте сайтында урынлаштырылған.
Документта асыҡланыуынса, торлаҡ хаҡының бер өлөшөн финанслау күләме балаһыҙ йәш ғаиләләргә – кәмендә 30 процент, балалылар өсөн кәмендә 35 процентын тәшкил итергә тейеш.
Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә 112,47 миллион һум күләмендә социаль ярҙам бирелә.
А. МӨЛӨКОВА әҙерләне.