Һуңғы осорҙа ирекмәндәр хәрәкәте үҫешә. Сочиҙа уҙған Олимпия уйындарында, Өфөләге VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар, йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаттарында һәм башҡа сараларҙа улар ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Өфөлә “Ирекмәндәр уйыны. Өфө. 2014” Бөтә Рәсәй слеты булды. Башҡорт дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәгендә үткән осрашыуҙа улар республика Президенты Рөстәм Хәмитовты үҙҙәренең эшмәкәрлеге, маҡсаттары менән таныштырҙы.
Бөгөн республикала 10 мең самаһы ирекмән бар, уларҙың сафын артабан да арттырыу ниәтенән “Ирекмәндәр эстафетаһы” проекты тормошҡа ашырыла.
Сарала йәштәр республикала ирекмәндәр үҙәге төҙөү кәрәклеге хаҡында һөйләне.
– Бөгөн мәктәптәр, урта махсус, юғары уҡыу йорттарында йәштәрҙе берләштереп торған үҙәк юҡ. Ҡыҙҙарҙы, егеттәрҙе өйрәтергә кәрәк. Мәҫәлән, Паралимпия уйындарында беҙҙе ун көн буйы уҡыттылар, сөнки ирекмән мөмкинлеге сикләнгән кешеләр менән аралаша белергә тейеш, – тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алина Трусова.
Рөстәм Хәмитов был идеяны хупланы, йәштәр менән бергә өлкәндәрҙең, ғаиләләрҙең ҡатнашыуын теләне.
– Ата-әсәләр менән балалар ҙа тормошта изге эшкә ылығып үҫә. Ошондай кешеләрҙе тәрбиәләү, улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу – йәмғиәттең бурысы, – тине Президент.
Йәштәрҙең ирекмәндәр үҙәген ойоштороу хаҡындағы сығышына ла Рөстәм Зәки улы:
– Беҙ был юҫыҡта уйланырбыҙ. Ҙур булмаған сығымдар талап ителә, әммә мәсьәләне хәл итербеҙ, – тине.
Рөстәм Хәмитов артабан ирекмәндәргә мөрәжәғәт итеп:
– Йәш саҡта кешенең изге эштәр өсөн көсө лә, дәрте лә ташып тора. Һеҙ был йүнәлештә эшләйһегеҙ, афарин! Бының өсөн ҙур рәхмәт! – тине.
Президент ирекмәндәргә шулай уҡ Сочиҙа үткән Олимпия уйындарын ойоштороуҙа ҙур өлөш индергәндәре өсөн Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козактың ҡотлау грамоталарын тапшырҙы.
Слетта Силәбе, Краснодар, Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Түбәнге Кама, Ҡазан, Һамар, Яңы Черкасск ҡалаларынан килгән йәштәр ҙә ҡатнашты.