Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр26.04.2014
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр
Арҙаҡлы шәхесебеҙ, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов быйыл 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Форсаттан файҙаланып, юбилярға рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә, ысын йөрәктән ҡотлау һүҙҙәрен еткерергә теләйем.

Медицина фәндәре докторы, профессор Венер Сәхәүетдинов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ, яҡташтарына, ауылдаштарына оло ярҙам күрһәтте. Алтын ҡуллы табип әллә күпме кешегә ғүмер бүләк итте, аҡыллы кәңәштәр бирҙе.
Ярҙам һорап килгән һәр кемгә уның ишеге асыҡ, күңеле күлдәй киң. Үтә лә ябай үҙе, бар булмышы – ябай халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыу, изгелек ҡылыу. Атаһы Ғәзиз Сөләймән улы Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнашҡан батыр яугир, бик тә ярҙамсыл, изге күңелле кеше ине. Һуғыштан һуңғы аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөргән йылдарҙа бәләкәй Венер ҙа беҙҙең менән бергә шул афәттәрҙе кисерҙе.
Атаһы фронттан ҡайтҡас, уҡытыусылыҡ эшен дауам итте. Ас-яланғас, етем балаларҙың яҙмышына битараф ҡала алманы, уларға аш-һыу, кейем-һалым хәстәрләне. Район үҙәге беҙҙән 25 километр алыҫлыҡта ята. Етем-еһерҙе астан үлтермәҫ өсөн, ҡаты һыуыҡ тип тормай, Ғәзиз ағай етәкселәр тупһаһын тапаны. Әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең уға күҙ йәштәре аша рәхмәт уҡығаны бөгөнгөләй иҫтә. Ошондай изгелек, мәрхәмәт хөкөм һөргән мөхиттә тәрбиәләнгән Венер Ғәзиз улының да бар булмышы – кешеләргә яҡшылыҡ ҡылыу. Бер телем икмәген дә иптәштәре менән бүлешкәненә шаһитбыҙ. Ул саҡтарҙа туйғансы әпәкәй ашау ҙа ҙур байрам ине бит.
Яҡташыбыҙ әле хеҙмәт юлын Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһында дауам итә. Беҙ уға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар теләйбеҙ. Кешеләргә ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә бишләтә ҡайтһын!


Вернуться назад