Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү – изге бурыстарыбыҙҙың береһе. Был юҫыҡта Бөйөк Ватан һуғышы алдынан һәм унан һуңғы осорҙа байтаҡ эш башҡарылды. Башҡортостанда бер сәнәғәт ҡалаһы һәм геройҙың тыуған төйәге уның исемен йөрөтә. Өфөнөң Ағиҙел ярындағы бейек тау башына батырыбыҙҙы һынландырған Европалағы иң бейек һәм мөһабәт һәйкәл ҡуйылды, район үҙәге Малаяҙҙа һоҡланғыс музей асылды, Палдиски ҡалаһынан (Эстония) Алыҫ Көнсығышҡа тиклем урынлашҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауыл-ҡалаларҙың урамдары, колхоз-совхоздар һәм төрлө учреждениелар Салауат Юлаев исемен йөрөтә.
Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә лә изге ғәмәлдәр тормошҡа ашырылды. Улар араһында Заһир Исмәғилевтең операһы, Яков Протазановтың “Салауат Юлаев” тигән нәфис кинофильмы, Степан Злобиндың романы, Мостай Кәримдең “Салауат” драмаһы бар. Шулай уҡ Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм уның исемендәге орден булдырылды. Тимәк, геройыбыҙҙың исеме, образы халҡыбыҙ йәшәйешенең төрлө өлкәһендә лә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырырлыҡ сағылыш тапҡан. Батырҙың рухы башҡорт халҡының йәнендә, ҡанында йәшәй һәм йәшәйәсәк тә. Милләттәштәребеҙ бына ике быуат ярым буйы уның исемен теленән төшөрмәйсә батырлыҡ, дөрөҫлөк һәм намыҫлылыҡ рухында тәрбиәләнә. Салауат Юлаев исеме күптән инде Башҡортостан Республикаһы символына әүерелде. Күренекле урыҫ шағиры Владимир Маяковский һүҙҙәрен икенсе мәғәнәлә әйткәндә: “Беҙ Башҡортостан тиһәк – Салауатты, Салауат тиһәк, Башҡортостанды күҙаллайбыҙ”.
Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа милли батырыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өлкәһендәге эштәр һүлпәнәйҙе кеүек. Был хәл әҙәбиәттең, фәндең һәм сәнғәттең төрлө жанрҙарында һиҙелә.
Быйыл илдә һәм республикала Мәҙәниәт йылы иғлан ителде. Был батырыбыҙға ҡағылған эштәрҙе йәнләндереүгә этәргес көс булыр тип ышанғы килә.
Республикала йыл һайын тиерлек Аксаков, Аҡмулла, Бабич көндәре киң күләмдә үткәрелә: фәнни-ғәмәли конференциялар, симпозиумдар, концерттар ойошторола. Был, һис шикһеҙ, яҡшы күренеш. Ниңә Салауат көндәрен дә ошо кимәлдә күрше өлкә һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында уҙғармаҫҡа? Йыл һайын бер ҡалыпҡа һалынған һабантуй үткәреү менән генә мауығабыҙ. Юбилей йылдарында ғына сиктәр киңәйә төшә.
Минеңсә, Салауат көндәре алдынан (май – июнь айҙарында) филармония һәм опера театры артистары көстәре менән батырыбыҙға арналған ҙур концерт программаһы күрһәтелһә, был күркәм йолаға әүерелер ине. Ошо кисәне үткәреү өсөн материал ифрат күп: Салауат Юлаевтың шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, башҡорт һәм башҡа телдә ижад иткән шағирҙарҙың Салауатҡа арналған шиғырҙары һәм йырҙары, операларҙан ариялар…
Батырҙың бала сағы, үҫмерлек һәм данлы көрәш осоро урыҫ һәм башҡорт яҙыусыларының, ғалимдарының бик күп әҫәрҙәрендә, ғилми эштәрендә, шулай уҡ халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында (йырҙарында, ҡобайырҙарында, риүәйәттәрендә) киң сағылыш тапҡан. Әммә уның Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә үткәргән ғүмер йылдары тураһындағы мәғлүмәт аҙ. Икенсенән, улар ентекле тикшерелмәгән.
Был юҫыҡта эштәрҙе йәнләндереү өсөн Башҡорт дәүләт университетының һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының маҡсатлы аспирантураларына йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү, минеңсә, бик яҡшы булыр ине. Быны атҡарып сығыу өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителәсәге көн кеүек асыҡ. Миҫал өсөн, Степан Злобин үҙенең “Салауат Юлаев” романы өҫтөндә 40 йыл самаһы эшләй. Ошондай эҙләнеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр нигеҙендә геройыбыҙҙың барлыҡ тормош юлын сағылдырған дөйөм бер әҫәр йәки фәнни хеҙмәт ижад ителһә, был халҡыбыҙ өсөн оло бер бүләккә тиң.
Бөгөн үҙебеҙҙең “Башҡортостан” киностудияһы була тороп та, 75 йыл самаһы инде Салауат тураһында ҙур күләмле бер генә нәфис кино булыуы менән килешеп йәшәйбеҙ. Юғарыла әйтелгән Яков Протазановтың ошо фильмында бөтә илгә билдәле талантлы артисыбыҙ Арыҫлан Мөбәрәков башҡарыуында Салауат Юлаевтың йәшлеге һәм ошо ваҡыттағы көрәш юлы сағылдырылған. Әлбиттә, уның тулы булмауына һаман да шул Салауаттың тотҡонлоҡта үткәргән йылдары тураһындағы мәғлүмәттең аҙ булыуы сәбәпсе.
Шулай ҙа, уның тураһындағы бөтә материалдарҙы туплап, ҡайһы бер документтарҙы (бигерәк тә Рогервик ҡәлғәһендәге ваҡиғаларҙы) бер аҙ фантазия, күҙаллауҙар менән ялғаштырһаҡ, батырыбыҙҙың бар тормош юлын яҡынса сағылдырған бер сценарий барлыҡҡа килер ине. Был, нигеҙҙә, кино йә иһә телесериал төшөрөргә мөмкинлек асасаҡ, тип уйлайым.
Юғарыла телгә алынған кинофильмда Салауаттың атаҡлы Байыҡ сәсән менән осрашҡаны, ҡанлы көрәшкә йыйынғанда уның фатихаһын алғаны һүрәтләнмәгән. Йәш Салауат ролен башҡарыусыны табыу ауыр булмаҫ, сөнки Башҡортостан театрҙарында һәләтле артистарыбыҙ бихисап.
Тағы бер мөһим мәсьәләгә туҡталғым килә. Башҡортостан, Рәсәй составындағы дәүләт булараҡ, үҙенең дәүләтселек атрибутикаһына эйә – флагы, гербы һәм гимны бар. Тик дәүләт гимнының тексында ниңәлер Салауаттың исеме юҡ. Уға бағышлап бөгөн дә халыҡ шиғырҙар, йырҙар, ҡобайырҙар ижад итә, ул, шишмә булып, тынмай аға ла аға. Батыр исеменең гимн тексында булмауы дөрөҫ түгелдер, тип уйлайым.
Баш ҡалабыҙҙағы Салауат Юлаев проспектын төҙөй башлауға ун йыл ваҡыт үтте. Уның нисек буласағын киң мәғлүмәт саралары бик әүҙем яҡтыртты. Әммә бөгөн ҡараһаҡ, күңелде нурларлыҡ, унда күҙгә ташланырлыҡ биналар юҡлығы күңелде ҡыра. Сағыштырыу өсөн: туғыҙ саҡрымлыҡ Октябрь проспектында ун йыл эсендә күпме административ бина, мәҙәниәт һарайҙары, мәктәптәр, универмагтар, халыҡ өсөн ҡулайлы биналар ҡалҡып сыҡты!
Тағы иғтибарға лайыҡ булған бер мәсьәлә: Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Салауат Юлаевҡа арналған китап сығарыу бик әһәмиәтле булыр ине. Был китапта уның барлыҡ шиғырҙары, уға арналған башҡорт һәм башҡа телдәрҙә яҙған яҙыусыларҙың иң яҡшы әҫәрҙәре урын алыр ине. Китаптың аҙағында Салауат районынан сыҡҡан батырҙарҙың портреттар галереяһы урын алырға тейеш (халыҡ сәсәне, шағиры, халыҡ йырсыһы, данлыҡлы яугир, хеҙмәт, спорт алдынғыһы). Был китаптың ҙур форматта, тышының зауыҡлы итеп эшләнгәнен, ҡиммәтле бүләк-сувенир формаһында сығарылғанын күҙ алдыма килтерәм. Уны әҙерләүселәр рәтендә “Салауаттар” ижтимағи ойошмаһын, Башҡортостан Яҙыусылар союзын, “Башҡортостан” гәзите, “Ватандаш” журналы редакциялары хеҙмәткәрҙәрен индерергә була.
Раян ВАХИТОВ,
Халыҡ-ара информатика
академияһы академигы.