НАТО-ның яңы объекты18.01.2012
Төркиәлә ракета һөжүме хаҡында иртә хәбәр итеүсе радиолокация станцияһы сафҡа ингән. Ул НАТО-ның Европалағы ракеталарға ҡаршы оборона системаһының бер өлөшө булып тора.
Радарҙың эшмәкәрлеген әлегә АҠШ хәрбиҙәре көйләй, сөнки Төркиәлә Америка системаһында эшләй алыусы белгестәр юҡ. Был станцияны асыу тураһындағы меморандумға былтыр сентябрҙә Анкарала ҡул ҡуйылған.