Өфөләге юридик юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән осрашты.
Рәсәй парламентаризмы көнө алдынан улар парламенттың эше менән танышты. Дәүләт Йыйылышы музейында республикабыҙҙа парламентаризмдың үҫеш тарихын сағылдырған экспонаттарҙы — документтар, фотолар, китаптар, мәҡәләләрҙе ҡарап сыҡты. Артабан ҡунаҡтар Башҡортостандың һәм муниципаль берәмектәрҙең рәсми символикаһы тупланған геральдика залына юлланды. Республика парламентының пленар ултырыштары уҙғарылған ҙур залда кәңәшмәләр үткәреү, закондарҙы ҡабул итеү тураһында фекер алышыу булды.
Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев донъяла, Рәсәйҙә, Башҡортостанда парламентаризмдың аяҡҡа баҫыу тарихы, бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Һуңынан ул һорауҙарға яуап бирҙе. Буласаҡ юристарҙы Йәштәр йәмәғәт палатаһының эше, парламентта практика үтеү мөмкинлеге, федераль кимәлдә закон сығарыу инициативаһын тәҡдим итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырҙы.