Илебеҙ быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 69 йыллығын билдәләй. Киләһе байрам, түңәрәк дата, тағы ла ҙурыраҡ итеп үткәрелер. Күптәргә, моғайын, тейешле наградаларын да бирерҙәр, тип ышанғы килә.
Башҡортостан Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур көс һалды. Тарихта тиңдәше булмаған яуҙа республикабыҙҙан 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, уларҙың күбеһе һуғыш яланында ятып ҡалды. Ватаныбыҙ яугирҙәребеҙҙең батырлығын, ҡыйыулығын юғары баһаланы: меңдәрсә ҡаһарманыбыҙ орден-миҙалдар менән бүләкләнде, Советтар Союзы Геройы исемен алды. Әйтеүе генә еңел, ә бит ҡанлы юғалтыуҙар аша яуланған наградалар улар!
Бөтә фронт буйлап төрлө исем менән сығарылған гәзиттәр һалдаттарҙы дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкә, еңеүгә өндәгән, батырҙарҙың ҡыйыулығын данлаған. Быға өҫтәп, ут эсендә яҙылған шиғырҙарҙан, тыуған яҡтан килгән хаттарҙан тупланған баҫманың — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Али Карнай мөхәррирлегендә донъя күргән башҡорт телендәге "Ҡыҙыл атлылар" гәзитенең — бында үлемһеҙ өлөшө бар. Ауылдан сыҡҡан кешенең фронт яңылыҡтары менән даими таныштырып торған мәғлүмәт сараһына етәкселек итеүе үҙе үк батырлыҡ түгелме?
"Ҡыҙыл атлылар"ҙың яуаплы секретары Әхтәм Ихсан булһа, әҙәбиәт бүлеге эшмәкәрлеген Шакир Насиров алып барған. Хәреф йыйыусылар — Х. Хәйерова менән Ф. Фәтҡуллина.
1942 йылдың декабрендә дивизияға яңы көс килә. Уларҙың араһында башҡорт әҙәбиәтендә күптән танылыу яулаған Ҡадир Даян менән Әхнәф Кирәй ҙә була. Уларҙың ҡатнашлығында гәзит эше тағы ла йәнләнеп китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1943 йылдың июнендә Али Карнай һәләк була. Гәзит иһә көндәлек эшен дауам итә.
Бөйөк Ватан һуғышының дары еҫе һаман аңҡый, күңелдәрҙе һулҡылдата. Шағир Әсхәл Әхмәтхужаның бер шиғырындағылай:
"Уҙған яуҙы иҫкә төшөрөп,
Йөрәгемде өтөп, бешереп,
Болоҡһой ҙа тора был күңел!.."
Башҡорт кавалерия дивизияһының ул йылдарҙағы фронт тормошон асыҡ сағылдырған "Ҡыҙыл атлылар" гәзитенең ҡайһы бер һандары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында һаҡлана. Уларҙы һуғыш осоронда БАССР-ҙың Юғары Советы рәйесе булған Рәхим Кирәй улы Ибраһимовтың архивынан ҡыҙы Мирра Ибраһимова тапшырған. Һандарҙың береһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
(Дауамы. Башы 18 апрель һанында).