“Кешеләрҙе шатландыра алам!”25.04.2014
Яланда ябай ғына сәскә үҫкән. Һәр таңды ҡыуанып ҡаршылаған ул, барыһына ла рәхмәт әйткән: ҡояшҡа, яҡтылыҡҡа, йылыға, елгә, һауаға, ямғырға... “Кешеләрҙе шатландыра алам! — тип тә һөйөнгән. — Ярай әле Хоҙай Тәғәлә мине кесерткән йә шайтан таяғы итеп яратмаған”.
Бер саҡ сәскәнең эргәһенә бер малай килгән. Тәбиғәттең йәмен өҙөп алған да, һындырып, юлға ырғытҡан. Ауыртыныуҙан һыҡтап илаған сәскә. Бер ниндәй сәбәпһеҙ йәшәүҙән мәхрүм ителсе әле... Ә һуңғы уйы шундай булған сәскәнең: “Ярай әле Хоҙай мине кесерткән итеп яратмаған — мине өҙгән малайҙың ҡулы сағылыр ине...”
...Ә бәлки, киреһенсә, ҡулы сағылһа, малай Ерҙәге тереклеккә, тәбиғәткә ауыртыныу килтермәҫкә тырышып йәшәй башлар ине.